

Континенталь хоккей лигаһы регуляр чемпионаттың барлыҡ матчтарын икенсе ваҡытҡа күсереү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Шулай итеп, “Салауат Юлаев” хоккей командаһының “Өфө-Арена”ла “Барыҫ” (15 ғинуар), ЦСКА (17 ғинуар) һәм “Аҡ Барыҫ” (19 ғинуар) менән үткәрелергә тейешле матчтары булманы.
Континенталь хоккей лигаһының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, коронавирус инфекцияһына бирелгән тестар 171 кешелә ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Уларҙың 124-е – хоккейсы.
Яңы уйындар календары ғинуар аҙағында билдәле буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Салауат Юлаев” хоккей командаһынан 20 уйынсы, тренерҙар һәм хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшө коронавирустың еңел формаһы менән сирләй.
Хоккей көйәрмәндәре өсөн бер ҡыуаныслы яңылыҡ бар: “Салауат Юлаев” командаһы һаҡсыһы Шакир Мөхәмәҙуллин һәм һөжүм итеүсеһе Александр Кадейкин Рәсәйҙең киңәйтелгән йыйылма командаһы составында Олимпия уйындарында үҙен һынап ҡараясаҡ. Рәсәй командаһы ҡатнашлығындағы беренсе матч 9 февралдә Пекинда булыр тип көтөлә.
Айһылыу НИЗАМОВА