

Тәү ҡарамаҡҡа йөҙ шаҡмаҡлы шашка уйындары ябай ғына кеүек тойола, тик был һис улай түгел. Ул был спорт төрө менән шөғөлләнеүселәрҙә логик фекерләүҙе, хәтер, фантазияны үҫтерә, түҙемлелек, ныҡышмалылыҡ, ҡарарҙы тыныс ҡабул итеү кеүек холоҡ сифаттарын тәрбиәләргә, күп нимәне иҫтә ҡалдырырға һәм уларҙы киләсәктә ҡулланырға, үҙеңдә еңеүгә ынтылышты барлыҡҡа килтерергә, лайыҡлы еңә һәм еңелә белергә өйрәтә.
Шуға был спорт төрө менән бала саҡтан шөғөлләнеү бигерәк файҙалы, тигән фекерҙә белгестәр. Әйткәндәй, күптән түгел Өфөлә йөҙ шаҡмаҡлы шахмат буйынса республика беренселеге үткәрелде. Ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында уҙғарылған турнир “Классика”, “Блиц” һәм “Рапид” төрҙәре буйынса ойошторолдо. Өфөнән, Ишембай ҡалаһы һәм районынан, Стәрлетамаҡтан һәм Сибайҙан 40 спортсы беренселекте яулау өсөн ныҡышмалы тырышты. Шуныһы үҙенсәлекле: уларҙың 17-һе – спорт мастерлығына кандидат, ә етәүһе – Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы.
Бер бәйге лә еңеүсеһеҙ булмай. Йәш үҫмерҙәр һәм 20 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар, егеттәр араһында ойошторолған ярыштарҙың “Классика” төрөндә – Айгизә Мөхәмәтйәнова, Руфина Таулыҡаева, Тамерлан Әхмәтов, Искәндәр Янбаев, “Рапид” төрөндә – Дарья Ткаченко, Руфина Хөббөтдинова, Арыҫлан Әхмәтйәнов, Вадим Әхтәмов, “Блиц” төрөндә Самира Мәһәҙиева, Әҙилә Ғәзизова, Арыҫлан Әхмәтйәнов, Илнур Рамазанов беренсе урындарҙы яуланы.
Был турнир Башҡортостандың Спорт министрлығы, Рәсәй Шашка федерацияһының төбәк бүлексәһе, “Башҡортостан” үҙәк шашка тарафынан ойошторолдо. Ошо спорт сараһында еңеп сыҡҡандар йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Рәсәй беренселегендә үҙ көсөн һынап ҡарау мөмкинлегенә эйә булды.
Айһылыу НИЗАМОВА