

Кешелек донъяһы уйлап сығарған уйындарҙың береһе – шахмат спортты, фәнде, сәнғәтте берләштерә. Был уйын хәтерҙе нығыта, математикаға һәләтте, иғтибарҙы арттыра, фекерләргә өйрәтә, уйлап табыусанлыҡты, логиканы үҫтерә, дөрөҫ тормош юлын һайларға булышлыҡ итә, ихтыяр көсөн тәрбиәләй, махсус китаптар менән үҙаллы эшләү өсөн дә иң яҡшы ысул.
Шахмат – донъяла интеллектуаль уйындар араһында иң киң таралғаны, кешелек аңының үҫеш һөҙөмтәһе. Балтас районында шахмат уйынын таратыу “Урожай” балалар спорт йәмғиәтенә Миңлехан Исмәғилев етәкселек иткән осорҙа башлана. Төрлө байрам көндәрендә физкультура уҡытыусылары ауылдарҙан уҡыусылар һәм өлкәндәр командаларын ойоштороп алып килә ине. Миңлехан Исмәғилев, бик оҫта ойоштороусы булараҡ, күптәрҙең хәтерендә ҡалған. Республиканың көслө волейбол командаһын Мөғәллим Ғәзизовтың һәм Лотфулла Ғабдулхаҡовтың ярҙамында тупланы. Нәҡ ошо ваҡытта даими шахмат ярыштары үткәрелә башлай. Район клубы бинаһында беренсе ярыштар ойошторола. Тарих Рәдиф Хайруллин, Әнғәм Асҡаров, Әниф Ғәлиәсҡәров, Әнүәр Әхмәтйәнов, Хаҡҡый Ғәлиев исемдәрен һаҡлай. Уларҙың ҡабатланмаҫ уйын стиле, дөрөҫ маневр һайлау оҫталыҡтары бар ине. Нөркә ауылынан Зәбир Закиров һәм Ринат Хажиев республика ярыштарында танылған уйынсылар булды. Уҡытыусы булып эшләгәс, улар үҙ мәктәптәрендә квалификациялары булмаған уҡыусылар өсөн даими түңәрәктәр ойоштора ине. Әнүәр Мөхәммәт улы, был уйындың фанаты булараҡ, район гәзите биттәренә композициялар урынлаштыра, һуңғы шахмат яңылыҡтарын халыҡҡа еткерә барҙы. Мәктәптәрҙә III, IV разрядлы уйынсылар тәрбиәләнде. Был, ысынлап та, шәп яңылыҡ ине. Беҙҙә спорттың интеллектуаль төрөнә шул йылдарҙа нигеҙ һалынды. Был шәхестәрҙең һәр береһе тураһында айырым иҫтәлектәр яҙып булыр ине.
70-се йылдарҙа турнирҙар, күренекле спортсылар иҫтәлегенә ярыштар планлы рәүештә үткәрелә. Арбитрҙар Азат Мифтахов һәм Мөнир Йәмәлетдиновтар был спорт төрөн “Һабантуй” программаларына индерҙе. Һәр яңылыҡ үҙенә юлды ауырлыҡ менән һалһа ла, тәҡдим индереүселәр күп ине. 1976–1977 йылдарҙа милли байрамды күрергә, шахмат ярыштарында ҡатнашырға беҙҙең яҡташтар Мәскәүҙән дә ҡайтты. Ул дәүерҙә район ғына түгел, даны бөтә донъяға таралған был уйын иң популяр булғандыр. Фишер, Спасский, Карповтың исемдәре ваҡытлы матбуғат биттәренән төшмәне. Коммунистар партияһы йәш быуынды тәрбиәләүгә етди иғтибар бирҙе.
Үҙгәртеп ҡороу йылдарында спорт ҡайғыһы булманы, халыҡ ихтыяждары күҙҙән төшөп ҡалды. Күрше райондар беҙҙе был өлкәлә уҙып китте. Бары тик 2019 йылда ғына районда шахмат клубы асылды. Был эшкә Фәнзәүи Миңләхмәтов ысын шахматсы-педагог булараҡ ҙур өлөш индерҙе. Уға Фәнзәл Синнәтуллин, ошо яҙманың авторы ярҙам итеп, мәсьәләнең көнүҙәк булыуын аса алды. Мәктәптә уҡытыусы Фәнғәт Гәрәев балалар менән даими эшләне.
Ниһайәт, боҙ ҡуҙғалды, бик күркәм генә бинала “Ход конем” исемле шахмат клубы асылды. Директоры – Альберт Шәйхелисламов. Был уйын менән ҡыҙыҡһыныусылар үҙҙәренең инициативаһы менән йыл һайын район беренселегенә турнир үткәрә. Ошо изге эштә балалар спорт мәктәбе тренеры Фәнүзә Вәлинурова даими ярҙамлаша. Төрлө йылдарҙа Рәдис Хәйруллин (ул Салауат ҡалаһының абсолют чемпионы), Хаҡҡый Ғәлиев (бер нисә тапҡыр район беренселегендә лидер), Әнғәм Асҡаров, Ринат Хажиев (бер нисә тапҡыр), Зәбир Закиров, Әнүәр Әхмәтйәнов, Фәнзәүи Минләхмәтов, Александр Гуревич, Фәнзәл Синнәтуллин, Фәнғәт Гәрәев, Риф Ғарипов, Айрат Сәхибгәрәев, Хәнис Хәзимов район чемпиондары була.
Һуңғы тиҫтә йылда коллективҡа йәштәр килде. Улар бик һәләтле, иғтибарлы. Дебют теорияһын яҡшы үҙләштергәндәр, партияның өс стадияһында ла тигеҙ уйнайҙар. Альберт Шәйхелисламов, Валерий Гәрәйшин, Риф Ғарипов – беҙҙең ышаныслы киләсәк. Улар, яңылыҡтарҙы интернет программаларынан алып, уйында бик оҫта ҡуллана.
Бик көслө уйынсыбыҙ Айрат Сәхибгәрәевтең ғүмере ҡыҫҡа булды, урыны ожмахта булһын. Тыныс холоҡло, сабыр егет ине. Беҙҙең ярыштарҙы ойоштороуҙа район хакимиәтенең спорт комитеты етәкселәре Данис Шакиров менән Максим Әхтәриев һәр саҡ ярҙам итеп торалар.
Ҡыҙҙар командаһы тураһында ла йылы һүҙ әйтергә кәрәк. Аҫау ауылынан Зарема Шәйнурова оҙаҡ йылдар районда беренселекте бирмәне. Ҡомъяҙынан Раҡия Нуретдинова, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең даими еңеүселәрҙең береһе. Уға алмашҡа өмөтлө Эвелина Вәлиуллина, Юлиана Солтановалар килде.
2016 йылда беҙҙең араға һәләтле, ҙур уңыштар вәғәҙә иткән шахмат оҫтаһы Айнур Айҙарбәков килде. 2018 йыл уның өсөн иҫтәлекле булды. Ул Өфө, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларында алдынғы урындарға сыҡты. Спорт донъяһына уҡтай атылып инеп, үҙен көслө уйынсы итеп күрһәтте. 2019 йылдан башлап Айнур оло шахматсылар менән көрәшә. “Толпар” спорт клубында разрядлы классик шахмат ярышында беренсе Кубокты яуланы. 2021 йылда Өфөлә ойошторолған блиц-фестивалдә ике тапҡыр беренсе урынға сыҡты. Айнурҙың ҡустыһы Айнур ҙа көслө шахматсы. Ул – мәктәп балалары араһында район чемпионы. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр бит. Был ғаиләлә тәрбиә эше – дөрөҫ йүнәлештә. Өләсәйҙәре Әлфиә, ейәндәрен хәстәрләп, талапсанлыҡ күрһәтеп йәшәй. Үҙе лә шахмат уйнай. Ғөмүмән, күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә.
Спорт клубында 30-ҙан ашыу бала шөғөлләнә. Ихлас, бик теләп йөрөйҙәр. Киләсәктә улар менән ғорурланып йәшәрбеҙ.
Хәнис ХӘЗИМОВ.
Балтас районы.