Спорт һәм туризм
25 Ғинуар 2022, 09:30

Башҡорт ҡыҙы Олимпиадала ҡатнаша

“Ҡарағыҙ, ул бигерәк шәп, әйҙәгеҙ уны ҡапҡаға ҡуяйыҡ” тинеләр. Шулай тороп ҡалдым да..."

Башҡорт ҡыҙы Олимпиадала ҡатнашаБашҡорт ҡыҙы Олимпиадала ҡатнаша
Башҡорт ҡыҙы Олимпиадала ҡатнаша

Оҙаҡламай Пекинда ҡышҡы Олимпия уйындары башлана. Унда беҙҙең Башҡортостан спортсылары ла ҡатнашасаҡ. Бөгөн уларҙың береһе - Диана Фәрхетдинова менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Диана – Салауат районының Малаяҙ ауылы ҡыҙы. Уға әле 21 йәш. Ҡыҙ һигеҙ йәшенә тиклем Малаяҙда йәшәгән. Профессиональ спорт уны тыуған ауылынан айырһа ла, йәйге ялдарҙа йыш ҡына унда ҡайтып ял итә, буш ваҡытын үткәрергә ярата.

Әле Диана - Санкт-Петербургтың “Динамо-Нева” командаһының төп ҡапҡасыһы һәм Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыһы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоккей лигаһында Диана 15 йәшенән уйнай. Ә, ғөмүмән, спорттағы юлын Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡалаһында “Вагоностроитель” балалар командаһында уйнап башлай. Ике йылдан Диананы “Челябинские волчицы” командаһына алалар. Артабан Түбәнге Новгородтың “Скиф” командаһы һәләтле ҡыҙҙы күреп ҡала һәм үҙенә саҡыра. 2021-2022 йыл миҙгелендә яҡташыбыҙ “Динамо-Нева” командаһы өсөн уйнай. Әле етеп килгән Пекиндағы Олимпиада -  Диана өсөн беренсе ҙур турнир.

Диана ЖХЛ-дың рәсми сайты өсөн интервью биргән.

– Мин һигеҙ йәшкә тиклем Малаяҙда йәшәнем, аҙаҡ өләсәйемә Ҡытаутамаҡҡа күстем, сөнки атайым менән әсәйем йорт төҙөй башлағайны. Ике йыл шунда йәшәнем һәм хоккей уйнаным, аҙаҡ Силәбегә күстем. Шулай бала саҡтан алып ил буйлап йөрөйөм инде. Быға тиклем бокс, дзюдо менән дә шөғөлләндем, музыка мәктәбенә лә йөрөнөм. Аҙаҡ хоккейға ылыҡтым.

– Олимпиада һеҙҙең өсөн йыйылма команда кимәлендә беренсе өлкәндәр турниры буласаҡ. Ҡурҡмайһығыҙмы?

– Барыһын да яҡшы аңлайым, тик тулҡынланыу кисермәйем. Барып еткәс, борсолормон, унда бит кимәл башҡа, тиҙерәк, аҡыллыраҡ булырға кәрәк.

– Ни өсөн ҡапҡасы позицияһын һайланың?

– Силәбелә ҡапҡаға торҙом. Унда барған саҡта һаҡсы инем. Ҡапҡаға тороуҙы һораным, аҙаҡ тренерҙы күндерҙем. Ул саҡта өлкән йәштәге ҡыҙҙар өсөн күнекмә бара ине. Улар: “Ҡарағыҙ, ул шайбаны бигерәк шәп тота бит, әйҙәгеҙ уны ҡапҡаға ҡуяйыҡ”, – тине. Шулай тороп ҡалдым да.

Фото һәм сығанаҡ: "На земле Салавата" баҫмаһы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас