

Быйыл илебеҙҙең Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр йыйылма командаһы составы раҫланды:
Башҡортостан исеменән һигеҙ спортсы сығыш яһаясаҡ.
Шулай итеп, Рәсәйҙең хоккей буйынса тренерҙар штабы Пекинда буласаҡ Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ уйынсылар исемлеген төҙөнө. Илдең хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһына республикабыҙҙан ете спортсы ингән. Улар – Өфөләге “Ағиҙел” командаһы хоккейсылары, ҡапҡасы Мария Сорокина, һаҡсылар Мария Печникова, Анна Шибанова, һөжүм итеүселәр Вероника Коржакова, Илона Маркова, Ольга Сосина, Полина Лучникова (запастағы уйынсы). Ә ир-егеттәр командаһы составында “Салауат Юлаев” хоккей клубынан Александр Кадейкин шулай уҡ запастағы уйынсы итеп һайлап алынған.
Әйткәндәй, күптән түгел Әлшәй районында республикалағы 2007–2008 йылғы йәш хоккейсыларҙан торған ауыл командалары араһында “Алтын шайба” финал ярыштары уҙғарылды. Сараны республиканың Спорт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Башҡортостандың берләштерелгән хоккей федерацияһы, Башҡортостан буйынса А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” йәш хоккейсылар клубы Әлшәй районы хакимиәте булышлығында ойошторҙо. Ярыштарҙа Әлшәй, Әбйәлил, Балтас, Дыуан, Дүртөйлө, Кушнаренко, Өфө һәм Саҡмағош райондарынан һигеҙ команда көс һынашты.
Сараны ябыу тантанаһында Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин һәм Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев ҡатнашты. Улар йәш хоккейсыларҙы физик культура, спорт менән шөғөлләнергә һәм сәләмәт тормош алып барырға өндәне.
Бәйге еңеүсеһеҙ булмай. Республика ярыштарында беренселекте Саҡмағош районы командаһы яуланы, икенсе урынға Әлшәй командаһы сыҡты, өсөнсө урын иһә Дыуан районы хоккейсыларына бирелде. Еңеүсе командалар иҫтәлекле кубок менән бүләкләнһә, команда уйынсыларына миҙалдар һәм дипломдар, Әлшәй районы хакимиәтенең иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.
Республика финал ярыштарында еңеп сыҡҡан Саҡмағош районының “Барыҫтар” командаһы үҙ көсөн 2007-2008 йылғы йәш хоккейсыларҙан торған ауыл командалары араһында Бөтә Рәсәй “Алтын шайба” финал ярыштарында һынап ҡараясаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА