Спорт һәм туризм
28 Ғинуар 2022, 14:30

Башҡортостан – беренсе!

Ә ҡайһы бер төбәктәрҙән бер вәкил дә юҡ.

Башҡортостан – беренсе!Башҡортостан – беренсе!
Башҡортостан – беренсе!

Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Пекинда үткәреләсәк ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ спортсылар һаны буйынса беренсе урында.

Республика намыҫын 14 кеше яҡлаясаҡ. Улар - “Ағиҙел” хоккей командаһынан ете спортсы (Полина Лучникова, Анна Шибанова, Ольга Сосина, Мария Сорокина, Мария Печникова, Илона Маркова, Вероника Коржакова), “Салауат Юлаев” хоккей командаһынан бер уйынсы (Александр Кадейкин), биатлонсы Эдуард Латипов (тағы запаста Антон Бабиков), шорт-трексы Семен Елистратов, боблейсылар Ростислав Гайтюкович һәм Юлия Беломестных, скелетонсы Александр Третьяков.

Икенсе урында – Түбәнге Новгород өлкәһе (12 спортсы), өсөнсөлә – Пермь крайы (туғыҙ спортсы). Ә бына Һамар, Һарытау, Ульяновск, Киров өлкәләре, Мари Иле һәм Сыуаш Республикаларынан бер вәкил дә юҡ.

Һүрәттә: Пекин ҡышҡы Олимпия уйындары алдынан.

Фото: aif.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас