

Өфөләге “Төҙөүсе” стадионында уҙғарылған боҙҙа мотоуҙыштар буйынса Рәсәй чемпионатының дүртенсе этабы “Мега-Лада”ға еңеү килтерҙе.
Шулай итеп, Тольятти спортсылары, 32 мәрәй туплап, Өфөләге Ғ. Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенең “Башҡортостан” командаһын ике мәрәйгә артта ҡалдырҙы. Өсөнсө урынға Свердловск өлкәһе Каменск-Уральск ҡалаһының ЦТВС-ДОСААФ командаһы сыҡты. Дүртенсе урында – “Торпедо-ШААЗ” (Шадринск – 22 мәрәй, бишенсе урында – “Вымпел” (Күмертау) – һигеҙ мәрәй.
Быға тиклемге уҙыштарҙа Никита Богданов көйәрмәндәрҙе таң ҡалдырһа, был юлы ла ул барыһын да һоҡландырҙы: мөмкин булған 18 мәрәйҙең 17-һен яуланы! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һуңғы урауҙа бер мәрәйҙе юғалтты. Ә унан алда ғына “Мега-Лада” менән “Башҡортостан” командаларының 28-шәр мәрәйе бар ине. Әгәр ҙә Никита Богданов һуңғы уҙышта ла еңеү яулаһа, был ике команданың да 31-шәр мәрәйе булыр ине. Әммә ярыш башланғас уҡ алға ынтылған Игорь Кононов беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Никита Богданов – икенсе, Никита Толокнов өсөнсө урынды яуланы.
Айһылыу НИЗАМОВА