Спорт һәм туризм
28 Ғинуар 2022, 07:19

Ике спортсыбыҙ көмөш миҙал яуланы

БР Спорт министрлығы.БР Спорт министрлығы.
Фото:БР Спорт министрлығы.

Италияла үткәрелгән биатлон буйынса донъя кубогының етенсе этабы эстафетаһында Рәсәй йыйылма командаһы составында Эдуард Латипов менән Антон Бабиков көмөш миҙал яуланы.

Норвегия биатлонсылары, 1 сәғәт 12 минут 14,7 секунд ваҡыт күрһәтеп, алтын миҙалға лайыҡ булды. Өсөнсө урын Германия спортсыларына эләкте.

Рәсәй йыйылма командаһы составында Антон Бабиков, Даниил Серохвостов, Александр Логинов һәм Эдуард Латипов та бар ине. Илебеҙ спортсылары 4х7,5 километр арауыҡты 1 сәғәт 57,2 минут эсендә үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар 12 тапҡыр яҙа атты һәм бер тапҡыр штраф “түңәрәген” ураны.

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Эдуард Латипов үҙенә күрә бер мөғжизә яһаны: ул, штраф “түңәрәге” булһа ла, немец һәм француз спортсыларынан 24 секундҡа артта ҡалһа ла, алда барған биатлонсыларҙы ҡыуып етеп, уҙа алды! Шулай итеп, илебеҙ командаһы көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас