

Халҡыбыҙҙың милли көрәше! Уға битараф ҡалған кеше бармы икән?! Юҡтыр, моғайын, сөнки был спорт төрө, башҡа йолаларыбыҙ менән бер рәттән, йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелгән, киләсәк быуынды рухлы, көслө, маҡсатлы, барлыҡ уй-хыялдарын тормошҡа ашыра алыусан, ныҡыш һәм тырыш итеп тәрбиәләү өсөн бер алым да ул.
Шуныһы үҙенсәлекле: көрәш, командалар уйнаған спорт төрҙәренән айырмалы, ике спортсының ярышыуы, йәғни уларҙың бер-береһен ҡул көсө менән күтәреп һалыуы менән айырыла. Был осраҡта бер кем дә ярҙамға килә алмай, көрәшсе фәҡәт үҙ көсөнә генә таяна ала, тимәк, спортсыла яуаплылыҡ, ныҡышмаллыҡ кеүек холоҡ сифаттары ла тәрбиәләнә. Ә команда уйындарына килгәндә, унда кемдеңдер ярҙам итеп ебәреүе ихтимал, ә көрәштә үҙ көсөңә, таһыллығыңа, етеҙлегеңә һәм тырышлығыңа ғына ышанырға ҡала.
Тарихыбыҙға күҙ һалайыҡ, элек-электән көрәш йәш үҫмерҙәрҙе физик-рухи йәһәттән көслө итеп тәрбиәләү сараһы булараҡ файҙаланылған. Атай-олатайҙар ейәненең биш йәше тулыуын түҙемһеҙләнеп көтөп алған, сөнки тап ошо ваҡытта малайҙар был спорт төрөнә йәлеп ителгән.
Шуныһы һөйөнөслө: әле лә республика ҡалаларында һәм ауылдарында боронғо спорт төрө булған көрәш менән шөғөлләнергә теләгән малайҙар бихисап. Ғафури районының Ғ. Вәлиев исемендәге Йөҙимән төп белем биреү мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Линар Шәмсетдинов тап ошо спорт төрөн үҙ иткән. Уның тренеры Дамир Сафиуллин уны һәм башҡа малай-егеттәрҙе төрлө спорт төрҙәренә, шул иҫәптән сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өйрәтә.
Бөгөнгө геройыбыҙ Линар Шәмсетдинов, яҡшы уҡыу менән бер рәттән, районда һәм республикала үткәрелгән төрлө спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, көрәш буйынса республика бәйгеһендә беренсе урын яулаған. Бынан тыш, ул йүгерергә ярата. Әйткәндәй, уның игеҙәге Линара ла тырыш уҡыусы. Ә егеттең ағаһы Денис Ярославль ҡалаһындағы хәрби училищела белем ала.
Линарҙың математика уҡытыусыһы Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙы Иҙрисованың белдереүенсә, егет техника ла ярата икән. “Ул биш балалы, татыу, берҙәм, тырыш Миләүшә һәм Дамир Шәмсетдиновтарҙың ғаиләһендә тыуып үҫкән”, – ти уҡытыусы.
Әйткәндәй, Таңсулпан Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллина етәкселек иткән Ғ. Вәлиев исемендәге Йөҙимән төп белем биреү мәктәбе районда үткәрелгән спорт ярыштарында йыш ҡына беренсе һәм икенсе урындарға лайыҡ була. Спорт менән дуҫ ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡый бында. Тимәк, сәләмәт тормош алып барырға ынтылған йәш быуындың киләсәге лә яҡты.
Ғафури районы.
Айһылыу НИЗАМОВА