Спорт һәм туризм
29 Ғинуар 2022, 11:00

Ура, карантин бөттө!

“Барыһы ла хоккейҙы һағынды. Күптән уйнаманылар..."

Ура, карантин бөттө!Ура, карантин бөттө!
Ура, карантин бөттө!

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы карантиндан сыҡты һәм күнекмәләрҙе башланы. Тренер Виктор Козлов “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына хәбәр итеүенсә, әлегә чемпионаттың дауам ителеүе хаҡында аныҡ яңылыҡтар юҡ, бары спортсыларҙың физик әҙерлеген нығытыу өсөн күнекмәләр кәрәк. “Барыһы ла хоккейҙы һағынды. Күптән уйнаманылар, карантинда булдылар. Ярай һауыҡтылар һәм йылмаялар. Күнекмәләрҙә шәп мөхит һәм кәйеф хөкөм һөрә”, –  тип белдергән тренер.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Континенталь хоккей лигаһы Ҡышҡы Олимпия уйындары ваҡытында матчтарҙы үткәрмәҫкә, тигән ҡарар ҡабул иткәйне. Бының өсөн лига клубтар араһында һораулама үткәргәйне. 24 клубтың 16-һы “юҡ” тигән тауыш биргән. Лига уларҙың фекерен иҫәпкә алған һәм Олимпиада осоронда матчтарҙы үткәрмәҫкә тигән ҡарарға килгән. 10 февралдән һуң Континенталь хоккей лигаһы уйын миҙгеленең ҡалған өлөшөн үткәреү форматы тураһында ҡарарҙы ҡабул итәсәк.

Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас