

Германияның Арбер ҡалаһында барған биатлон буйынса Европа чемпионатының һуңғы уҙыштары үтте.
Яңғыҙ ҡатнаш эстафетала Рәсәй командаһы составында Евгения Буртасова менән яҡташыбыҙ Антон Бабиков йүгерҙе.
Беҙҙең команда бер штраф круг йүгереп, ете өҫтөмә патрон ҡулланып, дистанцияны 39 минут 10,5 секундта үтеп, беренсе урын яуланы.
Икенсе урынды – Франция, өсөнсө урынды Германия командаһы яуланы.
Антон Бабиковты һәм Евгения Буртасованы сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Алда беҙҙе Пекиндағы ҡышҡы Олимпиа уйындары көтө. Унда Рәсәй йыйылма командаһында беҙҙең яҡташыбыҙ биатлонсы Эдуард Латипов ҡатнаша, ә Антон Бабиков запаста.
Автор фотоһы.