Спорт һәм туризм
31 Ғинуар 2022, 10:00

Һеҙҙе еңеү менән көтәбеҙ!

Башҡортостандан Пекиндағы Олимпия уйындарына кемдәр барасаҡ? 

Һеҙҙе еңеү менән көтәбеҙ!Һеҙҙе еңеү менән көтәбеҙ!
Һеҙҙе еңеү менән көтәбеҙ!

Оҙаҡламай Пекинда XXIV Ҡышҡы Олипия уйындары башлана. Унда беҙҙең Башҡортостан спортсылары ла ҡатнашасаҡ. Уларҙың кемлеге тураһында бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың спорт министры Руслан Хәбибов һөйләне.

Һуңғы ике тиҫтә йылда Башҡортостан илдә төп спорт төбәктәренең береһе булараҡ үҙенең абруйын нығытты. Күптән түгел генә Японияла 2020 йылғы Олимпия һәм Паралимпия уйындары еңеүселәрен һәм призерҙарын ҡотланыҡ, унда Башҡортостан спортсылары 14 миҙал яуланы (Олимпия программаһында 2 миҙал һәм Паралимпия программаһында 12 миҙал).

4 февралдән 20-һенә тиклем Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда 2022 йылғы Олимпия ҡышҡы уйындары үтәсәк. Уйындарҙа 109 комплект миҙал уйнатыла. Яңы дисциплиналар бобслей, шорт-трек, фристайл, саңғыла трамплиндан һикереү һәм сноуборд буйынса ярыштар программаһына индерелгән.

– Һайлап алыу ярыштары һәм тест күнекмәләре йомғаҡтары буйынса милли Олимпия йыйылма командаһына Башҡортостандан 13 вәкил, шул иҫәптән Рәсәй Биатлонсылар союзы тарафынан беренсе запастағы Антон Бабиков инде. Шулай итеп биатлон буйынса Эдуард Латипов һәм запастағы Бабиков Антон барасаҡ. Юлия Беломестных, Ростислав Гайтюкевич, Александр Третьяков бобслей буйынса көсөн һынаясаҡ. Шорт-трек буйынса – Семен Елистратов, – тине министр.

Хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составына “Ағиҙел” хоккей командаһынан ете вәкил – Вероника Коржакова, Илона Маркова, Мария Печникова, Мария Сорокина, Анна Шибанова, Ольга Сосина һәм запастағы Полина Лучникова ингән.

Хоккей буйынса ир-егеттәр йыйылмаһына запастағы булараҡ “Салауат Юлаев” хоккей клубы вәкиле Александр Кадейкин индерелгән.

Бөгөнгө көнгә был – Башҡортостан Республикаһының ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан иң күп спортсылары.

Волга буйы федераль округынан Олимпия йыйылма командаһына 50 спортсы инә, был Пекиндағы милли йыйылманың дөйөм һанынан 20 процент тәшкил итә.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан милли йыйылма команда составында спортсылар һаны буйынса Волга буйы федераль округында ла алдынғы урындарҙы биләй.

Беҙҙең спортсылар араһында илебеҙҙең иң көслө спортсыларын билдәләргә була. Улар – биатлонда – Эдуард Латипов, шорт-тректа Семен Елистратов, скелетонда – Александр Третьяков, бобслейҙа – Ростислав Гайтюкевич.

– Спортсыларыбыҙҙың халыҡ-ара ярыштарҙағы уңыштары республикабыҙ артабан да Рәсәй һәм халыҡ-ара спорт ареналарында үҙенең спорт абруйын нығытыр тигән ышаныс бирә, – тине Руслан Хәбибов. – Осраҡ менән файҙаланып, Радий Фәрит улы, Хакимиәт башлыҡтарына реклама кампанияһы өсөн тәҡдимдәр һәм тейешле материалдар ебәрелде, тип хәбәр итәм. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан спортсыларына ярҙам итеү маҡсатында мәғлүмәт кампанияһын ойоштороуҙа ярҙам итеү үтенесе менән уларға мөрәжәғәт иткем килә.

Был йәһәттән министр урам рекламаһы объекттарында, видеоэкрандарҙа һәм башҡа реклама конструкцияларында баннерҙар урынлаштырырға, спортсыларыбыҙ ҡатнашасаҡ ярыштарҙы мәғлүмәти яҡтан тиҙ яҡтыртырға кәрәк тине.

Спортсыларыбыҙға уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Фото: profgosgomel.by

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас