Спорт һәм туризм
3 Февраль 2022, 09:30

Эстафетаны министр башланы

Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Руслан Хәбибов Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ спортсыларға уңыштар теләне.

Эстафетаны министр башланыЭстафетаны министр башланы
Эстафетаны министр башланы

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов символик эстафетаны башлап ебәрҙе. Социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Руслан Хәбибов Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ спортсыларға уңыштар теләне.

“Беҙ көрәшеү өсөн барабыҙ!” – тап бына ошондай лозунгтар менән Рәсәйҙең Олимпия комитетының Олимпия йыйылма командаһына ҡараған спортсылар Пекинға оса. Һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф һеҙгә! Алға, Башҡортостан! Алға, Рәсәй!”, - тип яҙҙы Руслан Хәбибов.

Министр үҙ эстафетаһын СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, “Салауат Юлаев” хоккей клубы тренеры Михаил Васильевҡа тапшырҙы. Ул, үҙ сиратында, спортсыларға уңыштар, рух көсө, ныҡлы һаулыҡ теләне һәм эстафетаны артабан тапшырҙы.

Фото: rb7.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас