Спорт һәм туризм
4 Февраль 2022, 08:05

Донъяның иң көслө спортсылары Пекинға йыйылды

Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

lenta.rulenta.ru
Фото:lenta.ru

Бөгөн Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана. Әйткәндәй, Пекин йәйге лә, ҡышҡы ла Олимпиада үткәргән беренсе ҡала булып тарихта ҡаласаҡ. Был спорт сараһында донъялағы 95 илдән дүрт меңдән ашыу атлет ҡатнаша. Улар ете спорт төрөндә, шул иҫәптән 15 дисциплинала сығыш яһаясаҡ, барлығы 109 миҙал уйнатыласаҡ. Иртәгә уларҙың тәүге хужалары билдәле буласаҡ.

 

Йәйге лә, ҡышҡы ла Олимпия уйындары үткәрелгән ҡала

 

Пекинда уҙғарыласаҡ ярыштарҙа, былтыр Токиола үткәрелгән йәйге Олимпия уйындарындағы кеүек үк, коронавирус инфекцияһына ҡаршы барлыҡ саралар күҙәтелә. Әйткәндәй, сираттағы Олимпиада Ҡытай коммунистар партияһының 100 йыллығына арнала.

Олимпия уйындары Пекин, Яньцин һәм Чжанцзякоу кластерҙарында уҙғарыла. Баш ҡалала сараны тантаналы асыу һәм ябыу, фигуралы шыуыу, шорт-трек, хоккей, керлинг, конькиҙа уҙышыу буйынса ярыштар үткәрелә. Яньцин бобслей, тау саңғыһы спорты, сана спорты һәм скелетон буйынса  уҙыштар үткәреү урынына әйләнә. Чжанцзякоу клас­терында биатлон, саңғы уҙыштары, саңғыла трамплиндан һикереү, фристайл һәм сноуборд буйынса ярыштар ойошторола.

Ҡышҡы Олимпиаданы асыу тантанаһы бөгөн Мәскәү ваҡыты менән 15 сәғәттә Пекиндағы “Ҡоштар ояһы” тигән билдәле милли стадионда уҙғарыла.

Рәсәй йыйылма командаһы спортсылары ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй Олимпия комитеты (Russian Olympic Committee — ROC) исеме менән сығыш яһаясаҡ. Улар илебеҙ өсөн, Бөтә донъя допингка ҡаршы агентлыҡ (ВАДА) санкцияларына бәйле, милли флагһыҙ һәм дәүләт гимнынан тыш үҙ көсөн һынаясаҡ.

Ҡышҡы Олимпия уйындары билдәһенә килгәндә, “Бин Дуньдунь” исемле панда, ойоштороусылар билдәләүенсә, изге күңеллелекте һәм ныҡлы спорт рухын һынландыра.

 

Башҡортостан – беренсе урында

 

Шуны билдәләргә кәрәк: Башҡортостан –  Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Пекиндағы ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ спортсылар һаны буйынса беренсе урында.

Республика намыҫын 14 спортсы яҡлаясаҡ. Бына улар – “Ағиҙел” хоккей командаһынан ете спортсы (Полина Лучникова, Анна Шибанова, Ольга Сосина, Мария Сорокина, Мария Печникова, Илона Маркова, Вероника Коржакова), “Салауат Юлаев” хоккей командаһынан бер уйынсы (Александр Кадейкин), биатлонсы Эдуард Латипов (тағы запаста Антон Бабиков), шорт-трексы Семен Елистратов, бобслейсылар Ростислав Гайтюкович һәм Юлия Беломестных, скелетонсы Александр Третьяков.

Икенсе урында – Түбәнге Новгород өлкәһе (12 спортсы), өсөнсөлә – Пермь крайы (туғыҙ спортсы). Ә бына Һамар, Һарытау, Ульяновск, Киров өлкәләре, Марий Иле һәм Сыуаш республикаларынан бер вәкил дә юҡ.

Шуны билдәләргә кәрәк: Волга буйы федераль округы спортсылары, йәйге Олимпия уйындарындағы кеүек, Рәсәйҙең Олимпия уйындары йыйылма командаһының 20 процентын тәшкил итә.

 

Улар республикабыҙ намыҫын яҡлай

 

Биатлонсыбыҙ Эдуард Латиповтың Пекинға барасағы һуңға тиклем “шик аҫтында” булды, сөнки ул коронавирус менән сирләгәйне.  Ҡытайҙа документтар, ғәҙәттә, һигеҙ көн эсендә ҡарала ине. Рәсәй Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков билдәләүенсә, Пекинда яҡташ спортсы­быҙҙың документтарын биш көн эсендә тикшергәндәр. Рәсәй Биатлонсылар союзы Эдуард Латипов өсөн юҡҡа ғына тырышманы: ул – илебеҙҙең йыйылма командаһы лидеры. Спортсы социаль селтәрҙә: “Донъяның иң яҡшы спортсылары менән ярышыуыма шатмын һәм ысын Олимпия рухын тойорға тырышасаҡмын. Спорт сикһеҙ! Пекиндағы Олимпиада юғары рухта үтер, тип ышанам. Уйындарҙы ҡарап барығыҙ һәм үҙегеҙҙең яратҡан спортсыларығыҙға терәк булығыҙ”,  –  тип яҙған.

Белеүебеҙсә, Эдуард Латипов – Рәсәй йыйылма командаһының иң уңышлы сығыш яһаған биатлонсыларының береһе. Уның әле – спорт карьераһындағы иң уңышлы осоро, тип әйтергә мөмкин. Шуға был ваҡыттың уға тағы уңыштар килтерәсәгенә ышанысыбыҙ ҙур.

Тағы бер яҡташыбыҙ еңеү яулар, тип өмөт итәбеҙ. Ул – шорт-трек буйынса Европаның абсолют, Сочиҙа үткәрелгән ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы, өҫтәүенә, Пхёнчханда ойошторолған ярыштарҙа бронза миҙал яулаған Семен Елистратов. Пекинда үткәреләсәк Олимпиада уның өсөн дүртенсеһе буласаҡ. Яҡташыбыҙ социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙған: “Унда көҙгө алдында “Үҙем алдында намыҫым таҙа!” тип әйтә алырлыҡ кеше булып осам! Һәр кемдең – үҙ юлы. Ул йыш ҡына ябай түгел, шуға күрә ауырлыҡтар күп булды, тип яҙыуҙан фәтүә юҡ. Барлыҡ спорт карьераһы – көрәш ул! Һәм Олимпия уйындарына көрәшергә, аҙ ғына булһа ла ҡәнәғәтлек алыу өсөн тырышырға барам! Янымдағы кешеләргә бихисап бурыслымын”.

Башҡортостандың Биатлон һәм саңғы ярыштары федерацияһы рәйесе, 2010 йылда Ванкуверҙа үткәрелгән Олимпия уйындарында бронза миҙал яулаған, донъяның алты тапҡыр чемпионы Максим Чудов башҡорт спортсылары ярыштарын күҙәтеп барырға планлаштыра. Уның “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүенсә, алдан күҙалларға яратмай һәм Олимпиада алдынан спортсыларыбыҙ оҫталығын, яҡшы әҙерлеген күрһәтте.

Ғөмүмән, Башҡортостан спортсылары уңышҡа өлгәшер, тигән өмөттәбеҙ, сөнки шорт-трек, биатлон, бобслей һәм скелетон буйынса ярыштарҙа республикабыҙ вәкилдәре – йыйылма командаларҙың иң көслө спортсыларының береһе, тип иҫәпләнә. Запастағы Антон Бабиковҡа уңыш йылмайыр, тип уйлайбыҙ.

Тағы Ростислав Гайтюкович – илебеҙҙең бобслей буйынса йыйылма командаһы лидеры. Беларусь Республикаһында тыуып үҫкән спортсы 2019 йылдан Башҡортостан исеменән сығыш яһай. 2020 йылда йәштәр араһында донъя һәм Европа чемпионы тип танылды, былтыр Европа чемпионатында бронза миҙал яуланы, донъя кубогына ярыштарҙа өсөнсө урынға сыҡты. Ростислав Пекиндағы ярыштарҙа ла миҙал яулар, тигән ышаныстабыҙ.

Александр Третьяков иһә – Рәсәй скелетоны легендаһы. Ул 2010 йылда Ванкуверҙа үткәрелгән Олимпиадала өсөнсө урынды яуланы, Сочиҙа уҙғарылған Олимпия уйындарында был спорт төрөндә ил өсөн беренсе алтын миҙалға лайыҡ булды. Бынан тыш, уның ҡаҙаныштары байтаҡ. Красноярскиҙа тыуып үҫкән спортсы 2020 йылдан Башҡортостан исеменән сығыш яһай.

Иртәгә, 5 февралдә, саңғы ярыштары, скиатлон, конькиҙа уҙышыу (ҡатын-ҡыҙҙар), биатлон (ҡушылған эстафета), фристайл (ир-егеттәр), шорт-трек (ҡушылған эстафета) ярыштары еңеүселәре асыҡланасаҡ. Барлығы алты комплект миҙал уйнатыласаҡ.

 

Шаршамбы турнир башлана

 

Хоккей – ҡышҡы Олимпиаданың төп өлөштәренең береһе. Милли хоккей лигаһы вәкилдәре уйнамаһа ла, был спорт төрө көйәрмәндәрҙең иғтибарынан ситтә ҡал­маясаҡ. Ир-егеттәр араһындағы хоккей турниры шаршамбы, 9 февралдә, башланасаҡ. Был көндә илебеҙҙең йыйылма командаһы Швейцария командаһы менән осрашасаҡ.

Республикабыҙҙың “Салауат Юлаев” хоккей командаһына килгәндә, ул карантиндан сыҡты һәм күнекмәләрҙе башланы. Тренер Виктор Козлов “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына хәбәр итеүенсә, әлегә чемпионаттың дауам ителеүе хаҡында аныҡ яңылыҡтар юҡ, бары спортсыларҙың физик әҙерлеген нығытыу өсөн күнекмәләр кәрәк. “Барыһы ла хоккейҙы һағынды. Күптән уйнаманылар, карантинда булдылар. Ярай һауыҡтылар һәм ихлас йылмаялар. Күнекмәләрҙә шәп мөхит һәм күтәренке кәйеф сағыла”, –  тип белдергән тренер.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Континенталь хоккей лигаһы Ҡышҡы Олимпия уйындары ваҡытында матчтарҙы үткәрмәҫкә, тигән ҡарар ҡабул иткәйне. Бының өсөн лига клубтар араһында һораулама үткәргәйне. 24 клубтың 16-һы “юҡ” тип тауыш биргән. Лига уларҙың фекерен иҫәпкә алған һәм, Олимпиада осоронда матчтарҙы үткәрмәҫкә, тигән ҡарарға килгән. 10 февралдән һуң Континенталь хоккей лигаһы уйын миҙгеленең ҡалған өлөшөн үткәреү форматы тураһында ҡарарҙы ҡабул итәсәк.

 

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас