

Бөгөн – спортсылар, ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусылар һәм көйәрмәндәр өсөн үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ көн. Ниһайәт, Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда һәммәбеҙ ҙә оҙаҡ көтөп алған XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана.
Олимпиада – донъялағы иң көслө спортсылар ярышы. Йылдар, хатта быуаттар үтһә лә, тап бына ошо спорт геройҙары, рекорд хужалары хаҡында онотмаясаҡтар, киреһенсә, улар йәш быуын вәкилдәре өсөн таһыллыҡ, сыҙамлылыҡ, ҡыйыулыҡ, тырышлыҡ һәм үҙ маҡсатыңа өлгәшеүсәнлек миҫалына әүереләсәк. Ғөмүмән, Олимпия уйындары – тотош донъя йәмәғәтселеге, бигерәк тә ошо сараны үткәргән илдәр һәм ҡалалар өсөн мөһим сара, сөнки иң тәү сиратта фәҡәт улар Олимпиаданың тарихта иң яҡшыһы булып ҡалыуы өсөн тырыша, барлыҡ көсөн һала. Әйткәндәй, 2014 йылда Рәсәйҙә үткәрелгән Ҡышҡы Олимпия уйындары спорт йылъяҙмаһында иң сағыу, мәртәбәле сара булараҡ теркәлде.
Айһылыу НИЗАМОВА