Спорт һәм туризм
7 Февраль 2022, 15:30

Донъя чемпионатына 200 көн ҡалды

Турнир ҡунаҡтарын ниндәй ҡалалар ҡабул итәсәк?

Донъя чемпионатына 200 көн ҡалдыДонъя чемпионатына 200 көн ҡалды
Донъя чемпионатына 200 көн ҡалды

Беренсе тапҡыр ир-ат араһында волейбол буйынса донъя чемпионаты Рәсәйҙә үтәсәк. Төрлө илдәрҙең милли йыйылма командалары 26 августан 11 сентябргә тиклем илдең ун ҡалаһында төп волейбол призы өсөн көрәшәсәк.

Турнир ҡунаҡтарын Мәскәү, Санкт-Петербург, Калининград, Ҡазан, Екатеринбург, Өфө, Ярославль, Новосибирск, Кемерово, Красноярск ҡабул итәсәк.

Бөгөн чемпионаттың старт уйынына теүәл 200 көн ҡалды. Бөгөндән алып кире иҫәпте турнир уҙасаҡ ҡалаларҙа урынлаштырылған сәғәттәр теркәйәсәк.

“Донъя чемпионаты стартына тиклем 200 көн ҡалды. Турнирға әҙерлек ҡыҙыу бара. Әле ойоштороу комитеты турнир үтәсәк ҡалаларға барып спорт объекттарын ҡарай, ареналарҙа, тренировка базаларында тест саралары уҙғарыла. Төбәк властарының сараны ойоштороуға етди әҙерлеген күреп, чемпионаттың юғары кимәлдә үтәсәгенә шик юҡ, һәр көйәрмән волейбол байрамынан ҙур ҡәнәғәтлек алыр тип ышанам. 21 февралдә донъя чемпионатының ирекмәндәр программаһы старт ала. Турнир сиктәрендә сараны әҙерләүгә 18 йүнәлеш буйынса 3500 ирекмән йәлеп ителәсәк. Программа менән ҡыҙыҡһыныусылар күп, барыһы 30 меңдән ашыу заявка көтәбеҙ. Донъя кубогы яҙғыһын ил буйлап турнеға юлланасаҡ. Алда беҙҙе бик күп ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көтә”, - тине FIVB2022 волейбол буйынса донъя чемпионатының ойоштороу комитеты генераль директоры Роман Станиславов.

Фото: "Башинформ".

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас