Спорт һәм туризм
8 Февраль 2022, 03:19

Беренсе миҙалдар яуланды!

Илебеҙ спортсылары нисек сығыш яһай?

Рәмил Ситдиҡов (РИА “Новости”).Рәмил Ситдиҡов (РИА “Новости”).
Фото:Рәмил Ситдиҡов (РИА “Новости”).

Рәсәйҙең йыйылма командаһы спортсылары Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй Олимпия комитеты исеменән сығыш яһай. Улар илебеҙ өсөн, Бөтә донъя допингка ҡаршы агентлыҡ (ВАДА) санкцияларына бәйле, милли флагһыҙ һәм дәүләт гимнынан тыш үҙ көсөн һынай.

 

“Бер донъя, бер ғаилә”

 

Пекиндағы Олимпиаданы асыу тантанаһы “Ҡоштар ояһы” тип аталған милли стадионда уҙғарылды.  Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыҡ тип иғлан итте. 2008 йылдағы Йәйге Олимпия уйындарының да, сираттағы Олимпиаданың да тантаналары режиссеры Имоу Чжан булды. Шуныһы үҙенсәлекле: сарала актерҙар, йырсылар, бейеүселәр түгел, студенттар, уҡыусылар һәм Пекинда, Хэбэй провинцияһында йәшәгән ябай кешеләр ҡатнашты. Тантананың төп темаһы “Бер донъя, бер ғаилә”  тип аталды. Ҡытай мәҙәниәтенең төп асылына ярашлы, аҡыллы кеше генә тотош донъяны ғаилә кеүек ҡабул итеү һәләтенә эйә. Был ҡытай әйтеменең ике мең йыллыҡ тарихы бар. Тағы сараның төп образы ҡар бөртөгө булды: төрлө рәүештәге ҡар бөртөктәре тотош ҡышты хасил иткән кеүек, Олимпиадаға килгән төрлө телдә һөйләшкән, төрлө мәҙәниәт кешеләре дөйөм бер өйҙө хәтерләтә.

Спортсылар парадында 91 команда вәкилдәре ҡатнашты. Йыйылма коман­дабыҙ әләмен конькиҙа уҙышыусы Ольга Фәтҡуллина менән хоккейсы Вадим Шипачев күтәрҙе. Беренсе спортсы өсөн был –  үҙ карьераһында өсөнсө Олимпия уйындары. Ул Ванку­верҙа һәм Сочиҙа уңышлы сығыш яһағайны, һуңғыһында көмөш миҙалға лайыҡ булды. Мәскәүҙең “Динамо” командаһы капитаны Вадим Шипачев иһә 2018 йылда Пхёнчханда үткәрелгән уйындарҙағы хоккей турнирында алтын миҙалға лайыҡ булды. Ул шулай уҡ 2014 йылда донъя чемпионы булараҡ танылды.

Әйткәндәй, 4 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡытайға эш сәфәре барышында Рәсәйҙең Спорт министрлығы һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Физик культура һәм спорт буйынса баш идаралығы ара­һын­да 2022-2023 йылдарҙа физик куль­тура һәм спорт өлкәһендә хеҙмәт­тәшлек йылдарын үткәреү тураһын­дағы берҙәм ғаризаға ҡул ҡуйылды. Ошоға ярашлы, яҡтар юғары ҡаҙа­ныш­тар, йәштәр спорты, спорт фәне, физик тәрбиә һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килеште. Документ 500-ҙән ашыу спорт сараһын үҙ эсенә ала.

 

Улар Рәсәй намыҫын яҡлай

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәйҙән 212 спортсы ҡатнаша. Илдең йыйылма Олим­пия командаһында – 103 ҡатын-ҡыҙ һәм 109 ир-ат. Башҡортостан – Волга буйы федераль округы төбәк­тәре араһында Пекинда үткәрелгән ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсылар һаны буйынса беренсе урында. 15 спортсы республика намыҫын яҡлай.

4 февралдә  Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей уйындары башланды. Был көндә Рәсәй һәм Швейцария командалары осрашты: уйын беҙҙең спортсылар файҙаһына булды. Илебеҙ командаһы 5:2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Тағы шу­ныһы һөйөнөслө: республикабыҙ исе­менән сығыш яһаған Анна Шибанова ла ҡаршы команда ҡапҡаһына гол сәпәне!

“Был – Олимпия уйындары асылған көндә шәп старт!” – тип яҙҙы респуб­ликаның спорт министры Руслан Хәби­бов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. 

5 февралдә беҙҙең ҡыҙҙар АҠШ хоккейсылары менән осрашты, иҫәп Америка хоккейсылары файҙаһына 0:5 булды. Артабан 7 февралдә спорт­сыларыбыҙ  Канада, 8 февралдә Финляндия йыйылма командалары менән көс һынашты.

 

Саңғысылар уңышлы сығыш яһаны

 

5 февралдә саңғысы Наталья Непряева 15 километр арауыҡҡа скиатлон ярыштарында икенсе урынды яуланы һәм Рәсәй командаһына Пекин­дағы Олимпия уйындарының беренсе миҙа­лын килтерҙе. Норвегиянан Тере­за Йохаут беренселекте яуланы, өсөн­сө урын Австриянан Тереза Штад­ло­берға эләкте. Яҡташыбыҙ Норвегия спортсы­һынан 30,2 секундҡа артта ҡалды.

Ошо уҡ көндә беҙҙең биатлонсы Эдуард Латипов Кристина Резцова, Ульяна Ниғмәтуллина, Александр Логинов менән бергә 4х6 километрлыҡ ҡатнаш эстафетала бронза миҙал яуланы. Был – һуңғы һигеҙ йылда ошо спорт төрө буйынса командабыҙ өсөн беренсе миҙал. Ульяна Ниғмәтуллина һәм Кристина Резцова үҙ этаптарын етенсе урында тамамланы, артабан Александр Логинов һөҙөмтәле атыу арҡаһында лидерлыҡҡа сыға алды. Республика исеменән сығыш яһаған Эдуард Латиповҡа Норвегиянан Йоханнес Бе һәм Франциянан Кентен Майены үтеүгә аҙ ғына ҡалды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, социаль селтәрҙәге сәхифә­һендә ошо хаҡта яҙып, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. “Биатлонсыбыҙ Эдуард Латипов Александр Логинов, Ульяна Ниғмәтуллина һәм Кристина Резцова менән берлектә эстафетаны бик шәп үтте һәм Рәсәй йыйылма командаһы составында Пекинда бронза миҙал яуланы, – тип белдерҙе ул. – Башҡорт биатлоны тәрбиәләнеүсеһе Эдуард Латиповты һәм легендар тренерыбыҙ Виктор Никитинды, шулай уҡ барыбыҙҙы ла ҡотлайым!”

 

Көйөнөстәр ҙә, һөйөнөстәр ҙә бар

 

5 февралдә Рәсәйҙең шорт-трексылары Семен Елистратов менән Денис Айрапетян Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында 1000 метр арауыҡта сирек финалға сыға алманы. Республикабыҙ исеменән сығыш яһаған Семен Елистратов, 1 минут 24,077 секунд ваҡыт күрһәтеп, өсөнсө булып килде. Ә Денис Айрапетян, үкенескә ҡаршы, икенсе йүгереүҙә йығылды һәм арауыҡты үтеү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн “яза алды”. Судьялар уны ‘’үҙе ғәйепле” тип таныны, һәм ул дисквалификацияланды.

Фигуралы шыуыуға килгәндә, 6 фев­ралдә Камила Вәлиева, Олимпия рекорды ҡуйып, ҡыҫҡа программала еңеп сыҡты, ә Марк Кондратюк ир-егеттәр араһында икенсе һөҙөмтәгә өлгәште. Ошо ике спортсыбыҙ илебеҙҙең миҙалдар “янсығы”на ун һәм туғыҙ мәрәй килтерҙе. Был Рәсәйҙең фигуралы шыуыу буйынса спортсыларына, АҠШ командаһын өс мәрәйгә артта ҡалдырып, беренсе урынға сығырға булышлыҡ итте.

Әйткәндәй, беренсе тапҡыр Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан 15 йәшлек Камила барыһын да таң ҡалдырҙы: өс ярым әйләнешле акселде эшләй алды. Шулай итеп, ул фигуралы шыуыу тарихында яңғыҙы шыуған ҡатын-ҡыҙҙар араһында ошондай һөҙөмтәгә өлгәшкән дүртенсе спортсы булып танылды. Быға тиклем был акселде 1992 йылда Альбервилдә Мидори Ито, 2010 йылда Ванкуверҙа һәм 2014 йылда Сочиҙа Мао Асада, 2018 йылда Пхёнчханда Мираи Нагасу атҡара алғайны.

Фигуралы шыуыу буйынса команда турниры 7 февралдә тамамланды һәм унда спортсыларыбыҙ алтын миҙал яуланы! Шулай итеп, Камила Вәлиева, Марк Кондратюк, Анастасия Мишина, Александр Ғәлләмов, Виктория Синицина һәм Никита Кацалапов 74 балл йыйып, илебеҙҙе тағы бер тапҡыр донъя кимәлендә танытты.

Беренсе алтын хужаһы кем?

 

6 февралдә илебеҙ саңғысыһы Александр Большунов Олимпиадала скиатлон буйынса ярыштарҙа алтын миҙал яуланы. Был – уның карьера­һында беренсе Олимпиада алтыны.

Шуны билдәләргә кәрәк: Александр Большунов ярыш ваҡытында йығылды, әммә хәлде тиҙ генә яйға һалып, лидерлыҡҡа сыға алды! Икенсе урында – шулай уҡ Рәсәйҙән Денис Спицов, өсөнсөлә – Финляндиянан Ийво Нисканен.

Ошо уҡ көндә фристайл буйынса ярыштарҙа 19 йәшлек Анастасия Смир­нова, өсөнсө күрһәткескә өлгә­шеп, Олимпия уйындарының бронза миҙалына лайыҡ булды. Спортсы­быҙҙың фристайл­дың могул төрөндәге был уңышы көтөп алынды, сөнки ҡатын-ҡыҙ фристайлында илебеҙ вәкилдәренең 1994 йылдан алып призлы урынға өлгәшкәне юҡ ине.

 

Хоккейсыларыбыҙға – уңыштар!

 

Белеүебеҙсә, хоккейҙың ирҙәр турнирында Баш­ҡортос­тан исеменән “Салауат Юлаев” хоккейсылары Шакир Мөхәмә­ҙуллин менән Александр Кадейкин сығыш яһай. Хоккей буйынса йыйылма коман­дабыҙ матчтары теҙмәһе иһә түбәндәгесә:

Рәсәй – Швейцария – 9 февраль (13:40, Өфө ваҡыты);

Дания – Рәсәй – 11 февраль (09:10, Өфө ваҡыты);

Рәсәй – Чехия – 12 февраль (18:10, Өфө ваҡыты).

Әйткәндәй, хоккей буйынса ир-егеттәр командаһы – ғәмәлдәге Олимпия чемпиондары. 2018 йылда хоккей­сыларыбыҙ Пхёнчханда үткәрелгән Ҡышҡы Олимпиадала финалда Германия командаһын 4:3 иҫәбе менән еңгәйне.

 

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас