Спорт һәм туризм
9 Февраль 2022, 06:30

Өфө йәнә бер чемпионатты ҡабул итәсәк

Бөгөн - Халыҡ-ара волейбол көнө.

Өфө йәнә бер чемпионатты ҡабул итәсәкӨфө йәнә бер чемпионатты ҡабул итәсәк
Өфө йәнә бер чемпионатты ҡабул итәсәк

9 февралде - Халыҡ-ара волейбол көнөн - был уйынды яратыусылар билдәләй. Быйыл Рәсәй волейбол буйынса FIVB 2022  донъя чемпионатын ҡабул итәсәк. Ул  26 августан 11 сентябргә тиклем илдең 10 ҡалаһында – Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Калининградта, Ярославлдә, Ҡазанда, Екатеринбургта, Өфөлә, Новосибирскиҙа, Кемеровола, Красноярскиҙа – ойоштороласаҡ.

Был көндәрҙә Ойоштороу комитеты сараны ойошторған ҡалаларҙа һәм турнирҙар үткәреләсәк спорт объекттарында инспекция визиттары менән була. Ареналарҙа, күнекмәләр базаларында тест үткәреү саралары ойошторола.

“Ойоштороу комитеты-2022" коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы генераль директоры Роман Станиславов Өфөгә сәфәре хаҡында түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе: “Аренанан, республиканың турнирға әҙерлегенән беҙҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалды. Бынан тыш, “Өфө-Арена”ның Милләттәр лигаһын үткәреү буйынса уңышлы тәжрибәһе бар. 2022 йылдың йәйендә ҡала йәнә был турнирҙы ҡабул итәсәк, бында Милләттәр лигаһының ҡатын-ҡыҙҙар волейболының төркөмдәр этабы үткәреләсәк. Матчтар донъя чемпионатына әҙерлек сиктәрендә тест кеүек буласаҡ, - тип белдерҙе ул. – Бөгөн, волейболдың тыуған көнөндә, был спорт  төрөн һөйөүселәрҙең барыһын да байрам менән ҡотлайбыҙ. Өфөләге ярыштарҙа Франция, Германия, Словения һәм Камерун уйнаясаҡ. Эпидемиологик хәл мөмкин тиклем күберәк тамашасыларға донъя чемпионаттары матчтарын ҡарау мөмкинлеген бирер, тип ышанғы һәм үҙ ҡалағыҙҙа волейбол “йондоҙ”ҙарын күрге килә”.

Белешмә.

Волейбол буйынса FIVB 2022  донъя чемпионаты 2022  йылдың  26 авгусынан  11 сентябренә тиклем Рәсәйҙең 10 ҡалаһында үткәрәсәк.Чемпионатта 24 милли команда бар: Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы, Польша, Тунис, Камерун, Италия, Словения, Бразилия, Аргентина, Пуэрто-Рико, Канада, Франция, АҠШ, Сербия, Куба, Нидерландтар, Германия, Мексика, Төркиә, Мысыр, Катар, Болгария, Ҡытай, Япония, Иран.

Фото: Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас