Спорт һәм туризм
11 Февраль 2022, 06:25

Беренсе матч уңыш килтерҙе!

olympicsrus.olympicsrus.
Фото:olympicsrus.

9 февралдә Рәсәйҙең хоккей буйынса ир-егеттәр командаһы Швейцария хоккейсылары менән осрашты. Әйткәндәй, Рәсәй Олимпия комитеты йыйылма командаһы (Russian Olympic Committee — ROC) В төркөмөндә Дания, Чехия һәм Швейцария командалары менән көс һынаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илебеҙ йыйылма командаһы 25 уйынсыны Пекиндағы Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн заявка биргән. Был составта – өс ҡапҡасы, һигеҙ һаҡсы һәм 14 һөжүм итеүсе. Исемлектә тағы барыһынан да һуңыраҡ йыйылма командаға эләккән форвард Сергей Плотников бар. Икенсе һө­жүм итеүсе Артем Анисимов – за­пас­тағы хоккейсылар исемлегендә.

Пекинда уйнаған Рәсәй Олимпия комитетының хоккей буйынса йыйылма командаһы менән таныштырабыҙ:

Ҡапҡасылар: Александр Самонов (СКА), Тимур Билялов (“Аҡ Барыҫ”), Иван Федотов (ЦСКА).

Һаҡсылар: Александр Никишин (“Спартак”), Вячеслав Войнов (“Динамо”), Александр Елесин (“Локомотив”), Артем Минулин, Егор Яковлев (икеһе лә – “Металлург”тан), Никита Нестеров (ЦСКА), Сергей Телегин (“Трактор”), Дамир Шәрипйәнов (“Авангард”).

Һөжүм итеүселәр: Сергей Андронов, Михаил Григоренко, Сергей Плотников, Антон Слепышев, Павел Карнаухов (барыһы ла – ЦСКА), Никита Гусев (СКА), Дмитрий Воронков (“Аҡ Барыҫ”), Вадим Шипачев, Станислав Ғәлиев (икеһе лә – “Динамо”), Арсений Грицюк, Кирилл Семенов (икеһе лә – “Авангард”), Артур Ҡәйүмов (“Локомотив”), Андрей Чибисов (“Металлург”), Владимир Ткачев (“Трактор”).

Запастағылар: ҡапҡасы Дмитрий Шугаев (“Северсталь”), һаҡсы Шакир Мөхәмәҙуллин (“Салауат Юлаев”), һөжүм итеүселәр Кирилл Марченко (СКА), Александр Кадейкин (“Салауат Юлаев”), Артем Анисимов (“Локомотив”).

Шулай итеп, Рәсәй хоккейсыла­ры­ның Пекинда беренсе булып көс һынашҡан командаһы Швейцариянан булды. Был матч илебеҙ иҫәбе­нә 1:0 менән тамамланды. Был голдың авторы – Антон Слепышев.

Беренсе уйын осоронда йыйылма командабыҙ һаҡсыһы Александр Никишин, ҡаршы яҡ команда хоккейсы­һын сәкән менән һуғып, ике минутлыҡ штраф алды. Тағы икенсе уйын осоро аҙағында арбитр илебеҙҙең командаһынан Дмитрий Воронковты, Павел Корноуховты, Швейцариянан Мирко Мюллерҙы һәм Андреас Амбюлде боҙҙа һуғышып киткәндәре өсөн уйындан ситләтте.

Дөйөм алғанда, илебеҙ команда­һы өсөн беренсе матч уңышлы булды. Вадим Шипачев, Никита Гусев, Сергей Андронов, Вячеслав Войнов, Михаил Григоренко, Никита Нестеров һәм Егор Яковлев – әгәр ошо хоккейсылар илебеҙ командаһы составында быйыл да хоккей буйынса Олимпия уйындары еңеүсеһе булһа, икенсе тапҡыр рәттән Олимпиада чемпиондары тип таныласаҡ.

Әйткәндәй, хоккейсыларыбыҙ 11 февралдә – Дания, 12 февралдә Чехия командаһы менән көс һынашасаҡ. Матчтарҙы ҡарайбыҙ, “көйәбеҙ”, хоккейсыларыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас