

9 февралдә яҡташыбыҙ Семен Елистратов шорт-трек буйынса ярыштарҙа үҙ көсөн һынаны.
Белеүебеҙсә, сығышы менән Өфөнән булған шорт-трексы Семен Елистратов 2014 йылда үткәрелгән Олимпия уйындары чемпионы булды, 2018 йылда 1500 метрлыҡ арауыҡта призлы урын яуланы, 2015 йылда – 1500 метр арауыҡта чемпион, донъя чемпионаттарында ике тапҡыр көмөш миҙал яуланы, биш тапҡыр бронза миҙалға лайыҡ булды. Ул – күп тапҡыр Европа чемпионы. 1000 метр арауыҡта донъя кубогына лайыҡ булған спортсы.
Шуныһы үҙенсәлекле: шорт-тректың 1500 метр арауыҡҡа ярыштарҙың А финалында барлығы 10 спортсы миҙалдар өсөн көс һынашты. Быға тиклем бындай хәлдең – шул сама спортсының бер юлы ҡатнашыуының – теркәлгәне булмаған. Шуныһы үҙенсәлекле: Семен Елистратов шәхси уҙыштарҙа бронза миҙалға лайыҡ булды! Беренсе урынды – Кореянан Тэ Хон Хван, икенсене Канаданан Стивен Дюбуа яуланы (ул Семен Елистратовты фотофиниш һөҙөмтәләре ярҙамында ғына үтә алды).
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Семен Елистратовты Пекинда шорт-трек буйынса 1500 метр арауыҡҡа ярыштарҙа бронза миҙал яулауы менән ҡотланы. “Семенды һәм барыһын да ҡотлайым!” – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Ниндәй генә ярыштарҙа ҡатнашмаһын, ниндәй генә һынауҙар булмаһын, спортсы һәр саҡ алға ынтылды, тырышты һәм маҡсатына өлгәште! Спорттың төп үҙенсәлеге лә шунда: ҡаршылыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, уңышҡа өлгәшеүҙә! Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, шатбыҙ, ғорурланабыҙ!
Айһылыу НИЗАМОВА