

8 февралдә илебеҙ йыйылма командаһында республикабыҙ исеменән сығыш яһаған Эдуард Латипов ир-егеттәр араһында биатлон буйынса шәхси уҙыштарҙа үҙ көсөн һынаны. Уның менән бергә Александр Логинов, Кәрим Хәлили һәм Максим Цветков сығыш яһаны.
Биатлон шуныһы менән үҙенсәлекле: был спорт төрөндә ваҡытты әрәм итмәҫ өсөн сәпкә тура атыу талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙ спортсыларына был йәһәттән уңыш йылмайманы. Ошо ярыштарҙа Франция Пекинда беренсе алтын миҙалын яуланы. Ә урындар түбәндәгесә:
Был уҙыштарҙа спортсыларыбыҙҙың миҙалдарҙы яулай алмауы кәйефте бер аҙ төшөрһә лә, әле быға өмөт бар әле, тигән уй күңелдә ҡалды. Әйткәндәй, 8 февралдә илебеҙ спортсылары өс бронза миҙалға лайыҡ булды. Рәсәй сноубордсыһы Вик Уайлд – параллель гигант слаломында, саңғысы Александр Терентьев – спринт уҙыштарында һәм Рәсәй санасыһы Татьяна Иванова шәхси ярыштарҙа өсөнсө урынға сыҡты.
12 февралдә Эдуард Латипов Александр Логинов, Максим Цветков һәм Даниил Серохвостов менән берлектә ир-егеттәр спринтында көс һынашасаҡ. Бәлки, ошо ярыштарҙа, ниһайәт, спортсыларыбыҙға уңыш йылмайыр?
Айһылыу НИЗАМОВА