Спорт һәм туризм
15 Февраль 2022, 14:23

Пекинда ярыштар дауам итә

Саңғы уҙышында 42 йылдан һуң яуланған еңеү!Саңғы уҙышында 42 йылдан һуң яуланған еңеү!
Саңғы уҙышында 42 йылдан һуң яуланған еңеү!

Һуңғы көндәрҙә Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларыбыҙ үҙ көйәрмәндәренә, ватандаштарына ҡыуаныслы хәл-ваҡиғалар бүләк итте:  илебеҙҙең йыйылма командаһы бер нисә алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар яуланы. Һөҙөмтәлә Рәсәй саңғысыларының, биатлонсыларының, конькиҙа уҙышыусыларының уңышлы һөҙөмтәләре миҙалдар иҫәбе рейтингына ыңғай үҙгәрештәр индерҙе.

 

Афарин, Эдуард! Ғорурланабыҙ!

 

Эйе, спортсыларыбыҙҙың уңыштары һөйөндөрөрлөк, әммә көнәркәшлек тә көслө. Был иһә спорттың үҫешеүе тураһында һөйләй. Республика спорт яратыусыларын ҡыуандырып, йәкшәмбе көнө Эдуард Латипов та бронза миҙал яуланы. Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсының Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы һәр ярышын тулҡынланыу менән ҡараныҡ, йәкшәмбе  уҙыштарын бигерәк тә! Туғыҙ секундҡа еңелеп, ярышты башлаһа ла,  ул миҙалға ынтылышын юғалтманы, бар көсөнә тырышты һәм һөҙөмтә көттөрмәне: бронза миҙал!

Ошо ҡыуаныслы ваҡиға айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙҙы: “Беҙҙең Эдуард Латипов Пекинда тағы бронза миҙал яуланы, был юлы эҙәрлекләү ярыштарында! Көслө ел иҫһә лә, тәбиғәт шарттары ауыр булһа ла, Эдуард бик шәп һөҙөмтә күрһәтте һәм өсөнсө булып килде. Был – Рәсәйҙең ошо дисциплиналағы тарихында беренсе миҙал. Рәсәйҙе, республикабыҙҙы, Эдуардты, уның тренерын һәм һәммәбеҙҙе ҡотлайым!”

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙғайны. “Эдуард Латипов, Антон Бабиков, Семен Елистратов, Александр Третьяков кеүек спортсылар ярҙамында унлаған, йөҙләгән малай һәм ҡыҙ спорт залдарына барасаҡ һәм ысын мәғәнәһендә яҡшы кеше буласаҡ. Бына ошо мөһим. Был Пекиндағы Олимпиадала ҡатнашҡандарға көс бирһен. Улар – күркәм өлгө, спорт менән шөғөлләнеү, еңеүгә ынтылыуға иң көслө этәргес. Башҡортостан Республикаһынан барлыҡ спортсыларға, Рәсәйҙең йыйылма командаһына – лайыҡлы старттар!”

 

Саңғы уҙышын түҙемһеҙләнеп көттөк

 

Ҡышҡы спорт төрҙәре араһында иң мауыҡтырғысы саңғы уҙышылыр, моғайын. Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ир-егеттәр араһында классик стиль буйынса саңғы ярыштарында Рәсәйҙән Илья Семиков, Иван Якимушкин, Алексей Червоткин һәм Александр Большуновтың ҡатнашыуын да тулҡынланып ҡараныҡ.

Спорт яратыусыларға яҡшы таныш Александр Большунов, скиатлонда яуланған алтын миҙалына өҫтәп, көмөш миҙалға лайыҡ булды! Ул, ысынлап та, феномен-спортсы! Сираттағы награда – уның карьераһындағы алтынсы Олимпия миҙалы.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы ярыштары буйынса бик уңышлы эстафетанан һуң, ир-егеттәр араһында биатлон буйынса спринт башланды. Илебеҙ өсөн Максим Цветков, Даниил Серохвостов, Александр Логинов һәм Эдуард Латипов ярышты. Башта барыһы ла яҡшы булыр кеүек ине, әммә әллә яҙмыш шаяртты: илебеҙ спортсыларына миҙалдар эләкмәне. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы ярыштары буйынса эстафетала Юлия Ступак, Наталья Непряева, Татьяна Сорина һәм Вероника Степанова алтын миҙал яуланы.

Пекиндағы “Милли” стадионда ир-егеттәр араһында хоккей буйынса турнирҙа Рәсәй һәм Чехия командалары осрашты. Илебеҙ хоккейсылары овертаймда 5:6 иҫәбе менән еңелде. Был командабыҙ өсөн ошо турнирҙа беренсе еңелеү булды.

 

Ҡар туҡтауһыҙ яуһа ла...

 

Ир-егеттәр араһында Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы саңғы эстафетаһы ярыштарында 42 йыл буйы бер ниндәй ҙә уңышҡа өлгәшә алмағайныҡ, шуға был көндө нисек тә булһа миҙал яуларға кәрәк ине. Тап ошондай маҡсатты Алексей Червоткин, Александр Большунов, Денис Спецов һәм Сергей Устюгов тормошҡа ашырырға тырышты һәм һынатманы, һөҙөмтәлә – алтын миҙал беҙҙеке!

Был спортсыларҙың барыһы ла илебеҙҙең ауыл-ҡасабаларында тыуып үҫкән, был иһә теләк булғанда, бәләкәй төбәктәрҙән дә Олимпия уйындары чемпиондары сыға, тигәнде аңлата. Шуға күрә спорт менән дуҫ булыу, сәләмәт тормош алып барыу, хатта профессиональ спортҡа ынтылыу зарур.

Һуңғы көндәрҙә Пекинда барған Ҡышҡы Олимпия уйындары бигерәк үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы. Тәбиғәт көйһөҙлөктәре ҡаршылыҡ тыуҙырырға маташһа ла, туҡтауһыҙ ҡар яуһа ла,  спортсыларыбыҙ һынатмай, киреһенсә, ихтыяр көсөн күрһәтә, миҙалдар яулауын дауам итә.  Шорт-трек буйынса спринтер дистанцияһында 500 метр арауыҡҡа ярыштарҙа 21 йәшлек Константин Ивлиев көмөш миҙалға лайыҡ булды. Конькиҙа уҙышыусы Ангелина Голикова 500 метр арауыҡҡа уҙыштарҙа өсөнсө булып килде.

 

Спорт яратҡан быуын үҫә

 

Ғәҙәттә, Олимпиада, донъя кимәлендәге чемпионаттарҙа ҡатнашҡан спортсыларҙың ҙур еңеүҙәре үҙ төбәгендәге кескәй уңыштарҙан башлана. Беҙҙең республикала ла спорт өлкәһенә, йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бирелә, был йүнәлештә эшләгән тренерҙарға даими иғтибар күрһәтелә. Ошондай замандаштарыбыҙҙың береһе, кикбоксинг буйынса спорт мастерлығына кандидат Фәим Ғайсин Ауырғазы районының Талбазы ауылында йәшәй. Шуныһы үҙенсәлекле: ул – ҡурайсы ла, тренер ҙа. Бала сағынан, сәнғәт менән бер рәттән, спорт донъяһына ынтылған, сәләмәт тормош алып барған.

Оҫта тренерҙың тәрбиәләнеүселәре Рәсәй кимәлендә лә сығыш яһай. Мәҫәлән, уҙған йыл аҙағында Мәскәүҙә киокусинкай буйынса ил беренселегендә уҡыусылары Илара Ғиләжетдинова, Эльвира Рахманбирҙеева һәм Йәсмин Фәйезова өсөнсө урынды яулаған.

Айгөл менән Фәим Ғайсиндарҙың ғаиләһе сәләмәт тормош яҡлы. Уларҙың улдары – 12 йәшлек Батырхан каратэ менән шөғөлләнә, ҡурайҙа уйнай. Ҡыҙҙары Нәркәс тә, дүрт йәшлек кенә булһа ла, атаһына, ағаһына ҡарап, каратэ серҙәрен өйрәнә.

Ауылдамы, ҡалаламы –  ҡайҙа йәшәһәң дә – спорт менән шөғөлләнергә мөмкин. Бары теләк кенә булһын, ҡалғаны иһә тормошҡа ашырырлыҡ. Ә сәләмәт быуын – сәләмәт киләсәк, тигән һүҙ ул.

 

Айһылыу НИЗАМОВА.

Читайте нас