Спорт һәм туризм
18 Февраль 2022, 08:00

Барыбер боҙға сыҡты!

utro.ruutro.ru
Фото:utro.ru

Белеүебеҙсә, Камила Вәлиева – Рәсәйҙең һәм Европаның ғәмәлдәге чемпионы. Ул – ҡыҫҡа (90,45 балл), ирекле (185,29) һәм программалар суммаһы (272,71 балл) буйынса рекордтар эйәһе. Команда турниры сиктәрендә спортсы ике программала ла еңгәйне. Камила Вәлиеваның тренеры – Этери Тутберидзе.

Пекиндағы Ҡышҡы Олим­пия уйындарындағы фигуралы шыуыуҙа призлы урындарҙы яула­ғандарҙы  бүләкләү тан­танаһының тотҡар­ла­ны­уы Рәсәй спортсыһы Камила Вәлиеваның допинг-тест һөҙөмтәләре менән бәйле, тип хәбәр иткәйне Inside the Games порталы. Ошо сәбәпле төрлө аяныслы хәлдәрҙән һуң Камила, ниһайәт, Пекиндағы фигуралы шыуыу буйынса шәхси ярыштарға үткәрелде. Ул WADA-ның “яҡланған персона” статусына эләк­те. Ҡыҙ 16 йәше тулмаған спортсыларға ҡағыла. CAS ваҡытлыса ситләтеп тороуҙы алып ташлау тураһындағы ҡарарҙы дөрөҫ тип тапҡан.

“Был көндәр минең өсөн бик ауыр булды, быны аңлатыу өсөн хатта хис-тойғо етмәй. Ҡыуа­нам, әммә шул уҡ ва­ҡытта эмоциялар йәһәте­нән арығанмын. Шуға күҙ йәштәре бәхеттән дә һәм бер аҙ йән әсеү аша ла ағылды. Шул уҡ ваҡытта Олимпия уйындарында булыуыма һәм илебеҙ исеменән сығыш яһа­уы­ма сикһеҙ шатланам. Мөмкин тиклем яҡшыраҡ сығыш яһарға тырыша­саҡмын һәм яҡшы һөҙөм­тә күрһә­термен тип өмөт итәм”, – тип белдерҙе Камила Вәлиева Беренсе канал эфирында.

14 февралдең иртә­һендә Спорт арбитраж суды 15 йәшлек спорт­сыға Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы шәхси турнирҙа ҡатна­шырға рөхсәт бирҙе һәм Камила күнекмәләр эш­ләргә сыҡты.

15 февралдә Камила Вәлиева, ниһайәт,  26-сы һан аҫтында сығыш яһа­ны. Әйткәндәй, уның тыу­ған көнө лә 26 апрел­дә. Был да уңышҡа өмөт ке­үек күренде. Шулай итеп, илебеҙ боҙ алиһәләренең сығышын, ниһайәт, көтөп алдыҡ. Рәсәй спортсылары араһынан иң беренсе­ләрҙән булып боҙға Камила Вәлиева сыҡты. Уның сығышынан һуң барыһы ла аяғөҫтө баҫып алҡышланы, ә ҡыҙҙың күҙҙәрендә бәхет йәштәре ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла 100 процент килеп сыҡмаһа ла, ул бирешмәне, ҡай саҡ хатта өлкәндәр күтәрә алмаған һынауҙарҙы еңеп сыға алды. Ә уның баһаларын көткәндәр секунд һайын борсолдо... 82,16 балл. Тик өсләтә акселде эшлә­гәндә Камила йығылмаһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был элементты таҙа атҡа­ра алманы. Әммә сығыш барыбер һоҡланғыс ине!

Икенсе булып боҙға – Александра Трусова (74.60), артабан Анна Щербакова (80.20) сыҡты. Ирекле программа 17 февралдә булды.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас