

Шаршамбы Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында беҙҙең Семен Елистратов Рәсәй командаһы составында шорт-трек буйынса Олимпия эстафетаһы финалында сығыш яһаны.
Семен Елистратов – Өфө егете. Ул – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. 31 йәшлек Семен 2014 йылда Олимпия уйындары чемпионы булып танылды. 2018 йылдағы Олимпия уйындарында бронза миҙалға лайыҡ булғайны. Яҡташыбыҙ бер тапҡыр – донъя чемпионатында, 14 тапҡыр Европа чемпионатында еңеү яулаған.
Семен бала сағында атаһының ҡушыуы буйынса тхэквондо менән шөғөлләнә башлаған, тик тиҙҙән ул был спорт төрөнөң күңеленә ятмауын аңлаған, артабан үҙен хоккейҙа һынап ҡараған. V класта уҡығанда тренер Андрей Максимов менән осрашыу егеттең тормошона үҙгәрештәр индергән. Шулай итеп, ул баш ҡаланың Октябрь районындағы 1-се олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә күнекмәләр үткәргән.
Семен Елистратов илебеҙ командаһы составында Константин Ивлиев, Павел Ситников, Денис Айрапетян менән берлектә шорт-трек буйынса ирҙәр эстафетаһында А финалына сыҡҡайны.
– Барыһына ла шатмын! Аҙаҡта 100 процентҡа эшләй алдым, маневрым килеп сыҡты. Ул 1500 метр арауыҡҡа ярыштарҙа ла килеп сыҡһа, көмөш миҙал булыр ине. Әммә ул көн үтте, бөгөн А финалына сыҡтыҡ. Мин быға ныҡ шатмын! – тип белдергәйне ул “МатчТВ” хәбәрсеһенә.
Шуныһы шатлыҡлы: Семен Елистратов башҡорт шорт-трек мәктәбен тотош донъяға танытты. Ул дүртенсе тапҡыр рәттән Олимпиадала үҙ көсөн һынай.
1987 йылда республикабыҙҙа барлыҡҡа килгән шорт-трек мәктәбендә әллә күпме ҡыҙҙар һәм егеттәр тәрбиәләнгән. Һәм был үҙәк хәҙер донъялағы иң яҡшы ойошмаларҙың береһе һанала. Бөгөн бында 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет шөғөлләнә.
Шулай итеп, Өфөлә “Төҙөүсе” стадионы эргәһендә тотош спорт комплексы бар. Ул бынан өс йыл элек төҙөлөп бөткәйне. Бында шорт-трек өсөн илдәге берҙән-бер стандартлы боҙло арена бар. Мәктәп советы һорауы менән үҙәккә данлы яҡташыбыҙ Семен Елистратов исеме бирелгән. Һәм ул һынатманы: тағы Олимпия миҙалын яуланы.
16 февралдә Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында беҙҙең Семен Елистратов Рәсәй командаһы составында шорт-трек буйынса Олимпия эстафетаһы финалында сығыш яһаны. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шорт-трек буйынса ир-егеттәр эстафетаһында Канада спортсылары алтын миҙал яуланы. Икенсе урынға – Көньяҡ Корея, өсөнсө урынға – Италия, дүртенсе урынға илебеҙ йыйылма командаһы сыҡты.
Айһылыу НИЗАМОВА