

15 февралдә, Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында, республикабыҙ исеменән биатлонсы Эдуард Латипов сығыш яһаны. Үткән уҙыштарҙағы кеүек ул миҙал яулай алырмы? Бына ошо һорау борсоғайны беҙҙе.
Илебеҙ спортсылары баштан уҡ алтын миҙалға дәғүә итә ине. ROC командаһы өсөн Кәрим Хәлили, Александр Логинов, Максим Цветков һәм Эдуард Латипов тырышты. Һуңғы этапта тәүге урынға ла сыҡҡайнылар, беренселекте яуларҙар кеүек ине... Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүртенсе булып ярышҡан Эдуард Латиповтың яҙа атыуы бар эште “боҙҙо”: алтын миҙалға өмөт ҡалманы. Һөҙөмтәлә илебеҙ командаһы бронза миҙал яуланы. Бик үкенесле булды... Һөҙөмтәлә Норвегия командаһы – беренсе, Франция командаһы икенсе булып финишҡа килде.
Был көндө республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәге яҙма менән уртаҡлашты: “Эйе, был – биатлон эстафетаһында бронза. Эйе, еңеүҙе ҡулдан ысҡындырыуҙары үкенесле. Әммә был – планеталағы төп ярыштарҙағы бронза. Һәм спортсыларыбыҙға – афарин, улар көрәште! Беҙҙең Эдуард Латиповты һәм Рәсәй йыйылма командаһы егеттәре Александр Логиновты, Максим Цветковты, Кәрим Хәлилиҙе һәм уларҙың тренерҙарын ҡотлайым. Башҡа старттарҙа – уңыштар! Башҡортостан һеҙҙең менән!”
Шулай уҡ Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе. “Барлыҡ эш туҡтаны, яҡшы, төшкө аш мәле. Олимпиада. Биатлон. Эстафета. Эйе, беҙ – өсөнсө! Әммә был – Олимпиадалағы бронза!!! Эдуард Латипов һәм барлыҡ егеттәр, афарин!!! Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге һеҙҙең менән, һәм беҙ быны еңелеү тип һанамайбыҙ!”
Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы: “Эдуард – бөгөн үк Башҡортостандың спорт легендаһы. Биатлон тарихында бер спортсы ла төбәгебеҙ өсөн бер юлы өс миҙал яуламаны! Эдуард Латипов – Башҡортостандың спорт легендаһы. Ул әле үк тарихҡа инде”.
Бөгөн Эдуард Латипов масс-стартта үҙен һынап ҡарай.
Айһылыу НИЗАМОВА