Спорт һәм туризм
18 Февраль 2022, 08:06

Чемпиондар үҫтерергә әҙербеҙ

utv.ruutv.ru
Фото:utv.ru

16 февралдә Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“2022 йылда Башҡортостанда ҙур спорт объекттары асыласаҡ – Гимнастика үҙәге һәм футбол манежы. Алдағы йылдарға планда – фехтование, спорт көрәше һәм ишеү слаломы үҙәктәрен төҙөү.

Республикала барлығы 13 мең физкультура һәм спорт объекты – был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре араһында. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенең Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуы тура эфирында спорт министры Руслан Хәбибов менән һөйләштек.

2022 йылда тотош ил буйынса 145 спорт объекты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Федераль үҙәк спортлы Башҡортостанға ҙур ярҙам күрһәтә – һуңғы ике йылда республикала спорт объекттары төҙөлөшө өсөн 2 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленде.

Башҡортостандың яңы спорт үҙәктәрендә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров Спорт министрлығына был объекттарҙы төҙөүҙе планлаштырғанда тап ошондай күрһәтмә бирҙе.

Спорт инфраструктураһы төҙөлә, тимәк, был республика яңы Олимпия чемпиондарын, буласаҡ Латиповтарҙы һәм Елистратовтарҙы үҫтерергә әҙер, тигән һүҙ. Эдуард Латипов, Семен Елистратов, тағы бер тапҡыр һеҙҙе Олимпия наградалары менән ҡотлайбыҙ!”

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас