Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Февраль 2022, 12:00

"Тай-тулаҡ" бәйгеһе башланды!

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы янында ойошторолған сарала ниҙәр ҡаралған?

"Тай-тулаҡ" бәйгеһе башланды!
"Тай-тулаҡ" бәйгеһе башланды!

Әле Иҫке Сибай янындағы аҡлан ҡышҡы һабантуйҙы хәтерләтә: төрлө тирмәләр ҡуйылған, майҙансыҡтарҙа тай-тулаҡ, арғымаҡтар урын алған, уҡ атыусылар ҙа бер майҙанда туплана.

Бында бөгөн "Ирәндек" башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса шәфҡәтлелек фонды "Тай-тулаҡ" тип аталған конкурс уҙғара. Сара Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 210 йыллығына арнала.

"Француздар "Төньяҡ амурҙары" тип йөрөткән башҡорт атлылары Наполеон ғәскәрҙәрен еңеүгә ҙур өлөш индергән. Беҙҙең конкурстың маҡсаты - башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын данлау ғына түгел, шулай уҡ үҙҙәренең сыҙамлылығы һәм талымһыҙлығы менән дан тотҡан башҡорт тоҡомло аттарға ла ихтирам күрһәтеү", - тип  конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Алмас Шөғөров.

Ҡышҡы бәйге бик мауыҡтырғыс булмаҡсы. Бәйгелә ҡатнашыусылар 5-20 минут эсендә меңгегә өйрәтелмәгән атты ҡороҡлап, һыбай менергә тейеш. Шулай уҡ башҡа ярыштар ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, элеккенән ҡалған "Ауҙарыш" һәм башҡалар.

Сара барышын артабан да яҡтыртып барасаҡбыҙ.

Фото: Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: