Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
21 Февраль 2022, 13:45

Башҡортостан спортсылары бүләкләнәсәк

Министр белдереүенсә, ил субъекттары араһында Олимпиядала яуланған миҙалдар һаны буйынса Башҡортостан дүртенсе урынды биләй. 

Башҡортостан спортсылары бүләкләнәсәк
Башҡортостан спортсылары бүләкләнәсәк

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә кисә Ҡытайҙа тамамланған Ҡышҡы Олимпия уйындарына йомғаҡ яһалды. Доклад менән республиканың спорт министры Руслан Хәбибов сығыш яһаны.

Уның белдереүенсә, ил субъекттары араһында миҙалдар һаны буйынса Башҡортостан дүртенсе урынды биләй, уны Мәскәү өлкәһе, Татарстан Республикаһы һәм Санкт-Петербург менән бүлешә.

– Миҙалдар һаны буйынса Рәсәй икенсе урынды алды – 32 миҙал. Беренсе урын, Норвегия – 37 миҙал. Өсөнсө урын, Германия – 27 миҙал. Миҙалдар һаны – Ҡышҡы олимпия уйындарында сығыш яһау йомғаҡтары буйынса яңы Рәсәй рекорды. Быға тиклем рекорд 2014 йылда билдәләнгәйне, ул саҡта рәсәйҙәр Сочиҙағы Олимпиадала 29 миҙал яуланы (11, 9, 9). Спортсыларыбыҙ Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтте, Рәсәй йыйылма командаһына дүрт бронза миҙал индерҙек. Был шулай уҡ тарихта иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. 1998 йылда ғына 4 миҙалға лайыҡ булғайнылар, – тине министр.

Билдәле булыуынса, Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан Пекин Олимпиадаһында 14 кеше, шул иҫәптән запас сифатында өс спортсы ҡатнашты.

– Ҡышҡы Олимпиадала миҙалдарҙың күп булыуы Башҡортостанды ҡышҡы спорт төрҙәре төбәге булараҡ раҫлай, әммә беҙҙә “Тау саңғыһы спорты” һәм “Сноуборд” кеүек спорт төрҙәрендә лә үҫеш нөктәләре күп. Был төрҙәрҙә дисциплиналар күп һәм беҙ донъя аренаһында тағы ла яҡшыраҡ була алабыҙ. Бөгөн бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар”, - тип билдәләне Руслан Хәбибов.

“Йондоҙҙарыбыҙға” килгәндә, был әлбиттә – Эдуард Латипов. Башҡортостандан биатлонсыһы Пекиндағы Олимпиадала Рәсәйҙең иң танылған спортсылары исемлегенә инде. Эдуард ҡатнаш эстафетала, эҙәрлекләү уҙышында һәм ир-егеттәр эстафетаһында өс бронза награда яуланы.

Шулай уҡ Башҡортостанға һәм Рәсәй командаһына Өфө шорт-трексыһы Семён Елистратов “бронза” килтерҙе. Ошо көндәрҙә спортсы тыуған ҡалаһына ҡайтты һәм миҙалды, ғәҙәттәгесә, Рәсәй Спорт министрлығы музейына ебәрәсәге хаҡында һөйләне.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Спорт министрлығына Башҡортостан спортсыларын бүләкләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

“Беҙ уларҙы билдәләргә тейешбеҙ, балалар күрһен өсөн”, – тине Радий Хәбиров.

 Фото: faktologia.com

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: