

Әбйәлил районының Күсем ауылында ауылдаштары, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовҡа арналған саңғы ярыштары юғары кимәлдә үткән. Был хаҡта гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина хәбәр итә.
"Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовҡа арналған район саңғы ярыштарында даими ҡатнашҡан Әбделмәмбәт, Ҡаҙмаш, Рауил, Аһылай мәктәптәре тренерҙары, ысын мәғәнәһендәге спорт һөйөүселәре, спорттың, сәләмәтлектең ни тиклем мөһим икәнен аңлаған, шул тойғоно үҫеп килгән быуында тәрбиәләгән, балаларға үҙ көстәренә ышанырға, үҙҙәрен ҡалған тиҫтерҙәре араһында һынап ҡарарға мөмкинлек биргән төрлө кимәлдәге ярыштарға йөрөткән, йыш ҡына был эштәрҙең матди яғы, үҙҙәренең шәхси ялы, ваҡыты менән иҫәпләшмәгән, бөгөнгө заманға бигүк хас булмаған патриоттарға, ошо мәктәптәрҙең директорҙарына ауылдаштарыбыҙ исеменән хөрмәт тойғоһон еткерәбеҙ. Бөгөнгө заман балаларының батырҙарыбыҙ исемен белеп үҫеүе генә лә күңелдәренең бушлыҡ урындарын тулыландыра, әгәр ҙә ул сәләмәтлеккә бәйле булғанда, икеләтә күркәм күренеш. Быйылғы ярышта ойоштороусыларҙың береһе, даими бағыусылар Нәсимә һәм Ислам Ҡарағужиндар ошо физкультура уҡытыусыларына, мәктәптәргә берешәр пар комплект саңғы бүләк итте", - ти Зөлфирә Ҡарағужина.
Сығанаҡ һәм фото: Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина.