Йыл һайын матур йолаға әйләнгән Ғәлиән Ихсанов күсмә кубогына төрлө спорт ярыштары быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторолдо. Ярышҡа Юлдыбай, Матрай, Баймаҡ районының Әбделкәрим, Ишмырҙа ауылдарынан ике быуын спорт һөйөүселәре йыйылды.
Сараны Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ҡорбанғәлиев асып, ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм һәр командаға уңыштар теләне. "Бөркөт" физкультура-һауыҡтырыу комплексы был көндә сәмле ярыштарҙан гөрләп торҙо: волейбол, уҡ, пневматик винтовканан атыу, теннис, шашка буйынса ярыштар бер-бер артлы башланды, көйәрмәндәр ҙә ярышта ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп, уларға көс өҫтәне.
Оҙаҡ йылдар физкультура дәресенән уҡытҡан, йәш быуында спортҡа һөйөү уятҡан һәм әлеге көндә лә спорт тип янып-көйөп йәшәгән Ғәлиән Тимерхан улы Ихсановтың кубогына ярыштар йәштәр һәм ветеран спортсылар араһында 2013 йылдан алып уҙғарылып килә.
Уҡ атыу буйынса Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан Әкрәм Йәнбәков I урынды алды, Әбделкәримдән Юнир Сәйфуллин - II, Матрайҙан Фидан Ҡашҡаров III урынға лайыҡ булды.
Теннис буйынса: 1-се урын - Кузюк Александр (Юлдыбай), 2-се урын - Рәмзил Әбдрәхимов (Әбделкәрим), 3-сө урын - Батыр Ибраһимовта (Матрай).
Пневматик винтовканан атыу буйынса Хәмзә Йәнбирҙинға (Әбделкәрим) етеүсе булманы. 2-се, 3-сө урындарҙы Ғүмәр Ҡашҡаров (Матрай), Әхәт Әхмәров (Юлдыбай) бүлеште.
Шашка буйынса Ришат Аҡҡужин (Юлдыбай) беренселекте бер кемгә лә бирмәне, Илгиз Аҡҡусҡаров (Матрай) - 2-се, Рәил Кәримов (Әбделкәрим) 3-сө урынды яуланы.
Иң мауыҡтырғыс уйын булып волейбол торҙо. Йәштәр араһында күсмә кубок, 9 мәрәй йыйған Юлдыбай командаһына тапшырылды, әбделкәримдәр - икенсе, матрайҙар өсөнсө урынды бүлеште.
Ҡудашев Ғәфурйән (Юлдыбай) - "Иң якшы уйынсы", Ибраһимов Батыр (Матрай) - "Иң яҡшы һөжүмсе", Кәримов Рушан (Әбделкәрим) - "Либеро", Ниғәмәтов Ирмәк (Ишмырҙа) - "Иң яҡшы блок ҡуйыусы", ә Мәҡсүтов Арслан (Әбделкәрим) -"Иң оҫта бәйләүсе" тип билдәләнде.
Өлкәндәр, ветеран спортсылар араһында 8 мәрәй йыйған Матрай командаһына етеүсе булманы, Ишмырҙалар 6 мәрәй йыйып - 2-се, Юлдыбайҙар 4 мәрәй менән 3-сө урынды алды.
Ололар араһында Илдар Теүәлев (Матрай) - "Иң яҡшы уйынсы", Марс Урманов (Әбделкәрим) - "Оҫта һөжүмсе," Самат Йәнбәков (Ишмырҙа) - "Оҫта бәйләүсе", Фәнил Өмөтбаев (Юлдыбай) - "Либеро", ә Илмир Йәрмөхәмәтов (Матрай) "Иң оҫта блок ҡуйыусы" тип танылды.
Сараны ойоштороусыларға, спортсыларға, көйәрмәндәргә, тәмле аштар менән һыйлауған Урал аръяғы агроинженерия колледжы ашнаҡсыларына һәм директоры Тимур Азат улы Ҡорбанғәлиевкә, бағыусылар - Ләйсән Тимерйәнова, Заһир Юланов, Юлиә Таһирова, Владимир Петров, Рәмзиә һәм Ринат Хайнуровтарға оло рәхмәтле Юлдыбай ауыл биләмәһе етәкселеге. Киләсәктә лә сәләмәт тормошто пропагандалаған һәм спортҡа йәлеп иткән бындай саралар даими үтәсәк, ти юлдыбайҙар.
Фото һәм сығанаҡ: Юлдыбай ауыл биләмәһе төркөмөнән.