Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
24 Февраль , 09:00

Ат ярышында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан

Йылайыр районының Яманһаҙ ауылы янындағы ат спорты ярышында бөтәһе 15 бәйгесе ҡатнашҡан. Улар араһындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ бәйгесе нисәнсе урынды яулаған?

Ат ярышында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан
Ат ярышында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан

Ошо көндәрҙә Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында ат спорты буйынса ярыш үтте. Унда 15 кеше бәйге тотто, улар араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. Ат спортын яратыусылар дүрт дистанцияла сабышты. 

"Иң алыҫ арауыҡ – 5 саҡрымға сабыуҙа Әлибай ҡушаматлы атта Ғәлләм Юлгилдин финишҡа беренсе булып инде. Икенсе урынды Свисток ҡушаматлы атты менгән Шәфҡәт Исмәғилев яуланы, өсөнсөлә Мәргән ҡушаматлы атты ауыҙлыҡлаған йәш егет Айсыуаҡ Акилов билдәләнде.

3 саҡрым арауыҡҡа бәйгелә Тюльпан ҡушаматлы ат менән Андрей Серебряков еңде. Унан Монгол ҡушаматлы атта Данил Сараев ҡалышманы. Өсөнсө булып финишҡа Ҡарлуғас ҡушаматлы атта Салауат Боҫҡонов килде. Ташҡын ҡушаматлы атта Нур Йомабаев дүртенсе урынға сыҡты.

Санаға егелгән аттарҙа 5 саҡрым арауыҡтағы бәйгелә Ҡашҡа ҡушамлы атты еккән Рәфит Мөхәмәтрәхимов беренсе урын яуланы. Икенсе урынға Йондоҙ ҡушаматлы ат санаһындағы Рәсүл Батисов өлгәште. Өсөнсө урынға Мәргән ҡушаматлы ат менән бәйгегә сыҡҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ Венера Йәрмөхәмәтова лайыҡ булды. Фешка ҡушаматлы атта Руслан Исҡужин дүртенсе булды.

Атты тиҙлеккә егеп, бәләкәй түңәрәктә сабыуҙа ике кеше ҡатнашты һәм еңеүсе булып Радик Әлибаев танылды", - тип яҙҙы Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Һуңғы көндәрҙә Урал аръяғы райондарында бер-бер артлы ат спорт ярыштары дәррәү үтә. Был иһә халҡыбыҙҙың элекке милли спорт уйындарына ҡайтанан йөҙ бороуын, яңы спорт ярыштарына нигеҙ һалыуын күрһәтә. Алда йәйге ат спорты ярыштары көтә.

Фото һәм сығанаҡ: Борис Мелкоедовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Ат ярышында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан
Ат ярышында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан
Ат ярышында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в