Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
24 Февраль 2022, 13:00

Бирешмә, Родион!

Уның хәл-торошо тураһында “Торонто”ноң генераль менеджеры Кайл Дубас рәсми рәүештә белдергән.

Бирешмә, Родион!
Бирешмә, Родион!

“Торонто Мэйпл Лифс” һөжүм итеүсеһе һәм “Салауат Юлаев” хоккейсыһы Родион Әмиров әле Германияла.

Билдәле спортсы дауалана һәм боҙға миҙгел аҙағына тиклем сыға алмай. 20 йәшлек форвардта баш мейеһе шеше табылған. Был хаҡта “Торонто”ноң генераль менеджеры Кайл Дубас рәсми рәүештә хәбәр иткән.

Родион Әмировҡа был диагноз медицина тикшеренеүе ваҡытында һәм башҡа йәрәхәтләнеүҙән дауаланғанда асыҡланған. “Родионға “Торонто Мэйпл Лифс” һәр йәһәттән ярҙам итә, был процесс ваҡытында уға тулыһынса иң яҡшы ҡарауҙы тәьмин итәсәкбеҙ”, - тип белдергән генераль менеджер.

Белеүебеҙсә, КХЛ миҙгеле башынан Родион Әмиров “Салауат Юлаев”тың 10 матчында ҡатнашҡайны. Уларҙың береһендә гол индерҙе һәм ике тапҡыр ярҙам итте. Ул шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы рекордсмены. Былтыр Европа хоккей турының фин этабында милли йыйылма команда өсөн сығыш яһап, бер рәттән өс гол индергәйне.

Беҙ Ишембай егетенә тиҙерәк һауығыуын, боҙға сыға алыуын теләйбеҙ. Родион, барлыҡ спорт һөйөүселәр һәм көйәрмәндәр һинең менән!

Фото: sports.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: