Спорт һәм туризм
25 Февраль 2022, 10:02

Тап улар ҡунаҡсыл мөхитте барлыҡҡа килтерәсәк

FIVB 2022 Волейбол буйынса донъя  чемпионаты ойоштороу комитеты.FIVB 2022 Волейбол буйынса донъя  чемпионаты ойоштороу комитеты.
Фото:FIVB 2022 Волейбол буйынса донъя чемпионаты ойоштороу комитеты.

21 февралдә FIVB 2022 волейбол буйынса донъя чемпионатының ирекмәндәр программаһы старт алды. Белеүебеҙсә, был спорт сараһы Рәсәйҙең 10 ҡалаһында 26 августан 11 сентябргә тиклем ойоштороласаҡ.

Турнир сиктәрендә сараларҙы әҙерләүҙә 18 функциональ йүнә­леш буйынса 3500-ҙән ашыу тамашасы менән эшләүҙән алып тантаналарҙы үткәреү, киң мәғлү­мәт саралары һәм лингвистик хеҙмәттәре сервистарын тәьмин итеү буйынса эшләйәсәк.

Башҡортостанда йәшәүселәр халыҡ-ара сарала ирекмән булараҡ ҡатнашыу өсөн заявкалар бирә башлаған.  FIVB 2022 волейбол буйынса донъя чемпионатының 25-се командаһы вәкиле булыу өсөн чемпионат башланыу ваҡы­тына 18 йәш тулырға, инглиз телен белергә тейешһең.

– Ирекмәндәр – һәр ҙур спорт сараһының бер өлөшө ул. Волейбол буйынса донъя чемпионатында ирекмәндәр командаһы турнирҙың 25-се командаһы буласаҡ. Уларҙың төп миссияһы – ярыштар барышында ҡунаҡсыл мөхитте булдырыу. Рәсәйҙең ирекмәндәр хәрә­кәтенең ҙур спорт сараларын ойоштороуҙа тәжрибәһе ҙур. Донъя чемпионаты ирекмәндәре барлыҡ ҡунаҡтарға, көйәрмәндәргә һәм турнирҙа ҡатнашыусыларға ярҙам  итергә әҙер, – тип белдергән Волейбол-2022 буйынса ойоштороу комитеты генераль директоры Роман Станиславов.

Ирекмәндәрҙе чемпионатҡа әҙерләүҙең төп этабы быйыл июнь-июлдә башланасаҡ –  уҡыуҙар буласаҡ, функциональ һәм объектив уҡыуҙар августа ойошто­роласаҡ. Чемпионат ирекмән­дәренең һәр кандидатына уҡыу үтеүгә әҙер һәм чемпионатты үткәреү ваҡытында ирекмән булыу мөмкинлеге булырға тейеш. Чемпионат ирекмәндәре ҙур халыҡ-ара сараны дуҫ халыҡ-ара командала ойоштороуҙа онотол­маҫлыҡ тәжрибәгә, экипировка туплан­маһына, иҫтәлекле суве­нирҙар продукцияһына эйә буласаҡ. Улар шулай уҡ сара ойошторолған ҡалала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй аласаҡ.

Беренсе сменанан алып бар­лыҡ ирекмәндәр страховкаланасаҡ. Шулай уҡ ирекмәндәргә – спорт объект­тарындағы сменаларҙа туҡ­ланыу, ә ҡайһы бер ирекмән­дәргә, сит илдәгеләргә һәм сит ҡалалағы­ларға йәшәү урыны ҡаралған.

Чемпионат ирекмәндәре коман­даһының бер өлөшө  булыу өсөн 21 февралдән ойоштороу комитеты сайтындағы (volley2022.ru/volunteers.) махсус бүлектә ғариза ҡалдырырға кәрәк. 

FIVB 2022 Волейбол буйынса донъя чемпионаты тураһында ҡыҫҡаса белешмә: сара 26 августан 11 сентябргә тиклем илдең 10 ҡалаһында – Мәскәү, Санкт-Петербург, Калининград, Ярославль, Ҡазан, Екатеринбург, Өфө, Новосибирск, Кемерово, Красноярск ҡалаларында – үткәреләсәк. Чемпионатта 24 милли команда ҡатнашасаҡ:  ВФВ (Рәсәй волейбол федерацияһы) командаһы, Польша, Тунис, Камерун, Италия, Словения, Бразилия, Аргентина, Пуэрто-Рико, Канада, Франция, АҠШ, Сербия, Куба, Нидерланд, Германия, Мексика, Төркиә, Мысыр, Катар, Болгария, Ҡытай, Япония, Иран. Турнир форматы ике төркөм этабын һәм Мәскәүҙә яңы чемпион исеме асыҡланасаҡ алты финалды күҙаллай.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас