Әлеге ваҡытта һауа киңлеген өлөшләтә ябыуға, шулай уҡ ҡайһы бер Рәсәй аэропорттарында һаҡланып ҡалған сикләүҙәргә бәйле беҙҙең ил граждандарына өйҙәренә ҡайтыу ҡатмарлыҡтары килеп тыуыуы ихтимал. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта республиканан 1800-ҙән ашыу турист сит илдә. Улар урындағы туроператорҙарҙан юллама һатып алған. Төп йүнәлештәр араһында – Мысыр, Төркиә, Доминикан Республикаһы.
Уларҙан тыш, үҙ аллы туристар ҙа бар, уларға ярҙам талап ителеүе ихтимал. Туристарға туроператор йәки ташыусы менән бәйләнештә торорға һәм мотлаҡ рәүештә Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының «Сит ил ярҙамсыһы» мобиль ҡушымтаһында теркәлергә кәңәш ителә (iOS, Android системаларында эшләй).
Рәсәй граждандарын Европа дәүләттәренән сығарыуҙы ойоштороу буйынса эште илдең Сит ил эштәре министрлығы һәм Туризм буйынса федераль агентлыҡ менән берлектә Федераль һауа транспорты агентлығы алып бара. Талап ителгән эш күләмен аныҡлағандан һуң график төҙөләсәк. Рәсәй авиакомпаниялары пассажирҙар алдындағы бурыстарын үтәргә һәм уларҙы Европа илдәре авиация властарының ошо мәсьәлә ыңғай ҡарарҙары булғанда илгә алып ҡайтырға әҙер. Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан граждандары, килеп тыуған проблема хаҡында элемтә каналдарының береһенә хәбәр итә ала:
7 495 695 45 45 45 45 45 45 телефоны буйынса Сит ил эштәре министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән "ҡыҙыу бәйләнеш"енә шылтыратырға. Исем-шәрифеңде, бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрегеҙҙе, мәсьәләнең асылын Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус почтаһына – [email protected] – яҙырға.
Ростуризмдың "ҡыҙыу бәйләнеш"енә шылтыратырға – 8 800 200 34 11 (Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем)
Башҡортостан туристары 7 347 218 19 19 19 телефоны буйынса Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала (Өфө ваҡыты буйынса иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем).
Әлеге ваҡытта ошо сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәт нигеҙендә Рәсәйҙең өйҙәренә ҡайтарыуҙа булышлыҡ итергә тейешле граждандары исемлеге төҙөлә – был мәсьәлә менән Туризм буйынса федераль агентлыҡ һәм Сит ил эштәре министрлығы менән берлектә Транспорт министрлығы һәм Федераль һауа транспорты агентлығы шөғөлләнә.