Бөтә яңылыҡтар

Эдуардты Латиповты ҡотлайбыҙ!

Рәсәйҙең Спорт министрлығы ҡыуаныслы яңылыҡ еткерҙе.

Эдуардты Латиповты ҡотлайбыҙ!
Эдуардты Латиповты ҡотлайбыҙ!

Хәбәр итеүебеҙсә, Эдуард Латипов – Рәсәй биатлонсыһы, донъя һәм Европа чемпионаттарында призлы урын яулаған, Универсиадала еңгән, йәш үҫмерҙәр араһында донъя һәм Европа чемпионы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорт мастеры, донъя кубогы призеры. Быйыл ул Пекинда Ҡышҡы Олимпия уйындарында бронза миҙал яуланы.

Рәсәйҙең Спорт министрлығы башҡорт биатлонсыһына “Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры” тигән исем биреү тураһындағы фарманын баҫтырҙы. Тағы илебеҙ биатлонсылары Ульяна Ниғмәтуллина һәм Кристина Резцова мәртәбәле исемгә лайыҡ булды.

Эдуард Латиповты ихлас ҡотлайбыҙ. Уға тағы уңыштар, ҡаҙаныштар һәм сәләмәтлек теләйбеҙ! Ғорурланабыҙ!

Фото: Башҡортостан Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в