Дәүләкән районының Ҡыҙрас ауылынан Айгөл Хәкимова ғүмерен спортҡа һәм спортсылар әҙерләүгә арнаған. Ул, саңғы секцияһы ойоштороп, дүрт йыл эсендә Рәсәй чемпиондарын әҙерләүгә өлгәшә алған.
“Ҙур, татыу ғаиләлә үҫтем. Алты ҡыҙ һәм бер малай буй еткерҙек. Һәммәбеҙ ҙә бәләкәйҙән спорт яраттыҡ, – тип һөйләй хәҙер тренер. – Тыуған ауылымда IV класҡа тиклем белем алғас, артабан уҡыуҙы Дәүләкән мәктәп-интернатында дауам иттем. Мәктәп йылдарында уҡ спортты, бигерәк тә саңғыла шыуыуҙы, яраттым, аҙаҡҡараҡ район ярыштарында ҡатнаша башланым, алдынғы урындарҙы яулай торғайным. Дәүләкән педагогия училищеһында һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетында белем алғанда ла яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнеүҙән туҡтаманым”.
Әле Айгөл Хәкимова Өфө районының Шамонин урта мәктәбендә белем алған уҡыусылар менән эшләй. Ул – саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса тренер. Өлкән улы Эдуард – биатлон буйынса спорт мастеры. Улы Илнар менән ҡыҙы Милена ла Айгөл Әүхәт ҡыҙы етәкселек иткән секцияға йөрөй. Әйткәндәй, Эдуард Имаев Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Европа беренселегендә үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.
Күптән түгел “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы “Ҡурай-ТВ” телеканалының “Ҡурай даны” телевизион премияһына лайыҡ булғандар араһында Айгөл Хәкимова ла бар ине: ул “Йыл тренеры” тип танылды.
“Спорт менән, уның ниндәй генә төрө булмаһын, тәү сиратта сәләмәтлек өсөн шөғөлләнергә кәрәк. Бынан тыш, ул ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ кеүек сифаттарҙы тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Уның менән төпкөл ауылдарҙа йәшәгәндәр ҙә шөғөлләнә ала. Иң мөһиме – теләк булһын, – ти тренер. – Әгәр тәбиғәттән бирелгән талант бар икән, үҙеңде профессиональ спортта һынарға мөмкин. Әйткәндәй, күптән түгел тәрбиәләнеүсем Искәндәр Ғәлин биатлон буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа бик уңышлы сығыш яһаны. Унда Рәсәй төбәктәренән, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙән спортсылар ҡатнашты”.
Тренер республикала спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булыуы хаҡында ла һөйләне.
– “Биатлон” комплексын ғына алайыҡ, унда спорт менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар бар. Әйткәндәй, Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында республикабыҙ өсөн сығыш яһаған Эдуард Латипов һәм Антон Бабиков өсөн “көйҙөм”.
Айһылыу НИЗАМОВА
Өфө районы.