Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Март 2022, 10:18

Сихонкинда – күңелле старттар

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ҡырмыҫҡалы районының Сихонкин ауылында ял көндәре бик күңелле үтә. Күптән түгел ауыл халҡы  “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” тип аталған күңелле старттар ярышын ҡарарға йыйылды. Йылы, ҡояшлы һауа торошо ла сараны матур итеп үткәрергә булышлыҡ итте. Ауыл Советы, мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы ойошторған ярышта “Тополек” балалар баҡсаһынан – өс, Сихонкин мәктәбенән дә өс команда ҡатнашты.

Алып барыусылар – балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Анна Матвеева менән Роза Дмитриева уйын ҡағиҙәләре һәм жюри ағзалары менән таныштырғандан һуң, балалар ата-әсәләре менән бергә төрлө бәйгелә көс һынашты. Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы.

Балалар хоккей, керлинг уйнаны, тюбингта шыуҙы, башҡа спорт төрҙәрендә уҙышты. Сарала һәр ғаилә күңелле ял итте, спорт буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Әлбиттә, уйын барышында ҡы­ҙыҡлы һәм көтөл­мәгән хәлдәр ҙә булды. Шулай ҙа уйынсылар аптырап ҡал­маны, төрлө хәлдән тиҙ генә сығыу юлын тапты. Уйында ҡатнашыусы ғаиләләрҙе туғандары, күрше-күләне, хеҙмәттәштәре ҡеүәтләп торҙо.

Мәҫәлән, Васильевтар ғаи­лә­һе­нең көйәрмәне Мария Василь­еваға – 75 йәш. Ул ғүмер буйы кол­хозда сөгөлдөр үҫтергән, һыйыр һауған.

– Улым Андрей, киленем Елена һәм беренсе класта уҡыусы ейәнсәрем Аринаның ярышта ҡатнашҡанын ҡарарға килдем. Саф һауала уйындар ойоштороу балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә бик яҡшы, –тине ул.

Шулай уҡ ауылдың еңел атлетика буйынса танылған спортсыһы Людмила Петрова ла ауылдаштары ойошторған спорт сараһынан ситтә ҡалманы. Ул да спорт һөйөү­се ғаиләләрҙе ҡеүәтләп торҙо.

Шулай итеп, жюри еңеүсе­ләрҙе билдәләне. Балалар баҡсаһы командалары араһын­да Макаровтар – беренсе, Васильевтар – икенсе, Дмитриевтар өсөнсө урындарҙы яуланы. Мәктәп командалары ара­һында Андреевтарға тиңлә­шеүсе булманы. Васильевтар менән Дмитриевтар икенсе һәм өсөнсө баҫҡыстарға күтәрелде.

Мәктәп командалары араһында еңеү яулаған Андреевтар ғаиләһе бындай ярыштарҙа тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. Уҙған йылда ҡышҡы спорт уйындарында беренсе урынға сыҡҡайнылар, быйыл  иһә икенсе урындалар.

– Ярыш сәме ғаиләбеҙҙе берләш­терә, тағы ла яҡыныраҡ итә. 2-се класта уҡыусы улыбыҙ Артемға ла ярыштарҙа ҡатнашыу бик оҡшай, – тине Елена Андреева.

Ҡабаҡ ауыл биләмәһе ха­ки­миәте башлығы Рус­лан Әйү­пов сарала ҡатнашыусыларға эҫе сәй ойоштороуҙа һәм бүләктәр әҙер­ләүҙә ярҙам иткән иғәнәсе Ш. Ку­ликовҡа рәхмәт әйтеп, еңеүселәргә миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

– Сихонкин “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә лә ҡатнаша. Сәләмәт тормошто пропаган­далаған саралар артабан да үткәреләсәк, барығыҙҙы ла дәррәү һәм берҙәм булырға саҡырам, – тине Руслан Фәнис улы.

Гөлсәсәк АЛАСОВА.

Читайте нас: