Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
4 Март 2022, 09:32

Яҡташыбыҙға сәләмәтлек теләйек!

sport-express.ru
Фото:sport-express.ru

“Торонто Мэйпл Лифс” һөжүм итеүсеһе һәм “Салауат Юлаев” хоккейсыһы Родион Әмиров әле Германияла.

Билдәле спортсы дауалана һәм боҙға миҙгел аҙағына тиклем сыға алмай. 20 йәшлек форвардта баш мейеһе шеше табылған. Был хаҡта “Торонто”ноң генераль менеджеры Кайл Дубас рәсми рәүештә хәбәр иткән.

Родион Әмировҡа был диагноз медицина тикшеренеүе ваҡытында һәм башҡа йәрәхәтләнеүҙән дауаланғанда асыҡланған. “Родионға “Торонто Мэйпл Лифс” һәр йәһәттән ярҙам итә, был процесс ваҡытында уға тулыһынса иң яҡшы ҡарауҙы тәьмин итәсәкбеҙ”, – тип белдергән генераль менеджер.

Белеүебеҙсә, КХЛ миҙгеле башынан Родион Әмиров “Салауат Юлаев”тың 10 матчында ҡатнашҡайны. Уларҙың береһендә гол индерҙе һәм ике тапҡыр ярҙам итте. Ул шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы рекордсмены. Былтыр Европа хоккей турының фин этабында милли йыйылма команда өсөн сығыш яһап, бер рәттән өс гол индергәйне.

Әйткәндәй, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы һөжүм итеүсеһе Родион Әмиров үҙенең көйәрмәндәренә мөрәжәғәт итте, ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы: “Эйе, әле еңел булмаған ваҡыт, әммә еңеү – яҡында, бигерәк тә ошондай йылы һүҙҙәр әйтелгәндә, тип уйлайым. Әле атай-әсәйем менән Германиялабыҙ. Барлыҡ мотлаҡ процедураларҙы үтәм, күнекмәләр үткәрәм, аҙнаһына өс тапҡыр боҙға сығам – барыһы ла табиптарҙың яҙғандарына ярашлы. Тағы бер тапҡыр минән һәм атай-әсәйемдән йылы һүҙҙәр һәм борсолған өсөн рәхмәт. Бөтәһен дә үтермен һәм еңеүсе булырмын. Барыһын да ҡосаҡлайым”.

“Газета.ру” хәбәр итеүенсә, “Спартак”тың элекке табибы Лю Хуншен, Родион Әмировҡа операция эшләһәләр, ҡайтанан һаулығын тергеҙә һәм хоккейға кире ҡайта аласаҡ, тип белдергән.

 Беҙ Ишембай егетенә тиҙерәк һауығыуын, боҙға сыға алыуын теләйбеҙ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: