Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Март 2022, 19:30

"Алға ынтылығыҙ, тәүәккәл булығыҙ!"

Республика Башлығы Радий Хәбиров Сибайҙың "Ирәндек" боҙ һарайында үткән төбәк-ара турнирҙа ҡатнашты, еңеүселәрҙе ҡотланы.

"Алға ынтылығыҙ, тәүәккәл булығыҙ!"
"Алға ынтылығыҙ, тәүәккәл булығыҙ!"

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Сибай ҡалаһына эш сәфәре дауам итә. Ул ҡаланың "Ирәндек" боҙ һарайында булды һәм Фигуралы шыуыу буйынса асыҡ беренселектең төбәк-ара турнирында ҡатнашты.

Йыл һайын был ярышта 200-ҙән ашыу кеше көсөн һынай, Башҡортостандан тыш, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килгәндәр күп.

"Беҙҙең йондоҙсоҡтарҙы, йәш спортсыларҙы, ысын күңелдән тәбрикләйем, - тине Радий Хәбиров. - Күптән түгел Пекинда Ҡышҡы Олимпиада уйындары тамамланды, унда беҙҙең Рәсәй фигуристары һоҡланғыс өлгө күрһәтеп, алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Башҡортостандан Эдуард Латипов менән Семён Елистратов бронза миҙал яуланы. Беҙ спортсыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә лә оло еңеүҙәр, яҡшы кәйеф теләйем. Алға ынтылығыҙ, тәүәккәл булығыҙ, ғәҙел еңеүҙәргә өлгәшегеҙ!

"Ирәндек" боҙ һарайында фигуралы шыуыу, хоккей, шорт-трек буйынса секциялар эшләй. Сибай ҡалаһының йәш хоккейсылары - республика һәм төбәк-ара ярыштарҙа күп тапҡыр еңеүселәр. Сибай хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Тимур Вәлиев Өфөнөң "Толпар" командаһында, дүртәүһе - Ҡазандың "Динамо" һәм береһе Мәскәүҙә уйнай. Шорт-трек буйынса тәрбиәләнеүселәрҙең унауһы Башҡортостандың йыйылма командаһы составына инһә, Полина Князева Санкт-Петербургта илдең йыйылма командаһы данын яҡлай.

Фигуралы шыуыу буйынса асыҡ беренселектә тәүге урынды өсөнсө спорт разрядында Учалынан Дарья Аллаярова, икенсе-өсөнсө урындарҙы Софья Арлабина (Ырымбур) һәм Мария Авдеева (Силәбе өлкәһенән) бүлеште. Радий Хәбиров еңеүселәргә миҙалдар тапшырҙы. Кем белә, бәлки тап ошо кескәй йондоҙҙар киләсәктә Олимпиада чемпиондары ла булып китер.

Фото: glavarb.ru

 

"Алға ынтылығыҙ, тәүәккәл булығыҙ!"
"Алға ынтылығыҙ, тәүәккәл булығыҙ!"
"Алға ынтылығыҙ, тәүәккәл булығыҙ!"
"Алға ынтылығыҙ, тәүәккәл булығыҙ!"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в