Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Март 2022, 18:30

Өфөлә - биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты

Башҡортостанда 10-17 мартта биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты үтә.

Өфөлә - биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты
Өфөлә - биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, спорт һөйөүселәр өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ бар: Өфөлә тәүге тапҡыр, 10-17 мартта, Рәсәй Кубогына биатлон буйынса ил чемпионаты үтә. 

Сарала Александр Логинов, Эдуард Латипов, Максим Цветков, Антон Бабиков, Кәрим Хәлили, Кристина Резцова, Лариса Куклина һәм Рәсәйҙең, Беларусь Республикаһының башҡа көслө биатлонистары ҡатнашыуы көтөлә.

Бар ил Өфөлә үткән биатлон байрамын "Матч ТВ" каналында тура трансляцияла ҡарай ала, комментаторы һәм сараны алып барыусы - Дмитрий Губерниев. Мөһим саранан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ!

Фото: Телеграмм.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: