Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропортында 2021 йылда донъя чемпионатының алты тапҡыр бронза призеры, Сочиҙа үткән 2014 йылғы Паралимпия уйындарының бронза призеры, терәк-хәрәкәт аппараты зарарланғандар араһында саңғы ярышы һәм биатлон буйынса күп тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яулаған Александр Давидовичты тантаналы ҡаршы алдылар.
Спортсыны Башҡортостандың спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина, 13 тапҡыр паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитет ағзаһы Рима Баталова, шәхси тренеры Салауат Ғүмәров һәм башҡалар ҡаршы алды.
Иртәгә Александр Давидович Өфөлә үтәсәк саңғы марафонында ҡатнашасаҡ. Сара Биатлон мәктәбе базаһында үтә. Ә 12 мартта Биатлон буйынса Рәсәй Кубогының туғыҙынсы этабында ҡатнашасаҡ.
3 мартта Халыҡ-ара паралимпия комитетының Рәсәй һәм Белоруссия спортсыларына ҡарата ҡарарын үҙгәртеүе билдәле булды. Уларға Пекиндағы Ҡышҡы Паралимпия уйындарында ҡатнашырға рөхсәт ителмәй. Александр Давидович был уйындарҙа Башҡортостандан сығыш яһарға тейеш ине.
Фото һәм видео: Башҡортостандың Спорт министрлығы.