Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында ойошторолған XXXVII Өфө саңғы марафонында Рәсәйҙең 80 ҡалаһынан һәм 29 төбәгенән килгән 632 саңғысы ҡатнашты. Тәүге көндә трасса тикшерелде, брифинг үткәрелде, ә 8 мартта 5, 10, 30 һәм 50 километр араға уҙыштар барҙы.
Саңғы марафонын ойоштороусы Владислав Литвинчук Russialoppet серияһына ярашлы үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. Быйыл сара спортсылар һаны буйынса рекорд ҡуйған, Президент гранттары фонды конкурсында еңеү яулау арҡаһында йөҙҙән ашыу баланы сарала түләүһеҙ ҡатнаштыра алғандар. 50 километр араға – 125, 30 километрға – 93, 10 километрға – 134, биш километрға – 171, бер километрға 83 кеше теркәлгән.
Быйыл марафонда Өфө, Мишкә, Кушнаренко, Йәрмәкәй, Миәкә, Балаҡатай райондарындағы спорт мәктәптәренән һынау тоттолар. Иң кесе саңғысыға - 2,5, иң өлкәненә 74 йәш булыуы билдәле. Ҡатнашҡан балаларҙың дөйөм һаны - 150.
Һәр саңғысы старт алдынан теүәл һөҙөмтәне гарантиялаусы чиплы фирма пакеты, майка, ә лайыҡлылар финишта миҙал алды. 30 һәм 50 километр араға ярышҡандар өсөн сувенир башлыҡтар әҙерләнгәйне.
Сараны тәбрикләү һүҙе менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе, “Биатлон һәм саңғы уҙыштары федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының попечителлек советы рәйесе Александр Сидякин асты. Максим Чудов, Дмитрий Ярошенко, Николай Круглов марафондың почетлы ҡунаҡтары булды.
Трассала туҡланыу нөктәләре, саңғы таяҡтарын алмаштырыу пункттары, профессиональ судьялар, фотографтар, ирекмәндәр эшләне. Стартта танылған спортсыларҙың булыуы марафондың бәҫен арттырҙы, абруй өҫтәне. Олимпия уйындарының өс тапҡыр бронза призеры Эдуард Латипов, Олимпия уйындарында ҡатнашыусы, Донъя кубогы этабы призеры, Рәсәй чемпионы Константин Главатских, Рәсәй марафондары еңеүсеһе Рауил Шакирйәнов, биатлонсы Нияз Тайыпов, Өфөнөң танылған спортсылары ҡатнашты.
Ирҙәр араһында 50 километрға ярышта Константин Главатских, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Наталья Бабчина еңеүсе булды. 30 километр араға уҙышыуҙа Игорь Кобелев һәм Екатерина Окунева иң яҡшы күрһәткескә өлгәште.
Икенсе йыл рәттән #Добрая лыжня хәйриә акцияһы үткәрелә. 20 саңғысы “Мәрхәмәт”, ”Өфө хосписы”, ”Үҙенсәлекле балалар” һәм “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” хәйриә фондтары тәрбиәләнеүселәренә ярҙам күрһәтте, балаларға 300 мең һум аҡса йыйылды.
Фото: ufakimarathon