Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Март 2022, 20:00

Ҡарҙа аяҡ кейемһеҙ йүгереп...

Спортсыбыҙ ярыштарҙа еңеү яулай!

Ҡарҙа аяҡ кейемһеҙ йүгереп...
Ҡарҙа аяҡ кейемһеҙ йүгереп...

Зеленодольскиҙа барған Рәсәй кубогына ярыштар этабында ғәжәйеп хәл теркәлә.

Старттан һуң бер нисә метр үткәс, спортсыбыҙ Илнур Хәбибуллиндың махсус аяҡ кейеменең бауы ысҡына. Егеткә уны ҡулына тотоп ике түңәрәк (өс километр) арауыҡты носкиҙа ғына килеш йүгерергә тура килә. Был - 16 градус һыуыҡта һәм ҡарҙа!

Шулай итеп, Илнур ҡарҙа аяҡ кейемһеҙ йүгереп кенә ҡалмай, 18-19 йәшлектәр араһында үткәрелгән ярыштарҙа еңеү яулай. Ихтыяр көсөн күрһәтә. Афарин!

Фото: “Башҡортостан триатлоны”.

Ҡарҙа аяҡ кейемһеҙ йүгереп...
Ҡарҙа аяҡ кейемһеҙ йүгереп...
Ҡарҙа аяҡ кейемһеҙ йүгереп...
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: