Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Март 2022, 21:45

Беларустан спортсылар килде

Биатлон буйынса ярыштар 10 марттан 17 мартҡа тиклем Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу үҙәгендә бара.

Беларустан спортсылар килде
Беларустан спортсылар килде

Бөгөн, 9 мартта, баш ҡалабыҙға Беларусь Республикаһы спортсылары килде. Улар Рәсәйҙең кубокка туғынсы этабы һәм илдең биатлон буйынса чемпионатында көс һынашасаҡ.

“Өфө” аэропортында спортсыларҙы физкультура-массалы эш, спорт туризмы һәм спорттың адаптив төрҙәре үҫеше бүлеге етәксеһе Дмитрий Гладких, төбәктең “Башҡортостан беларустары” ижтимағи ойошмаһы рәйесе Раиса Зюзько, Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Беларусь тарихи-мәҙәни үҙәге филиалы баш белгесе Жанна Хализова, шулай уҡ Иглин районы Балтика ауылындағы А.Н. Харитонов исемендәге мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡаршыланы. Биатлон буйынса донъя кубогының беренсе этабында бронза миҙал яулаған Дмитрий Лазовский Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында республикаға беренсе тапҡыр килеүе һәм төп маҡсатының сифатлы биатлон күрһәтеү булыуы тураһында белдергән.

Белеүебеҙсә, биатлон буйынса ярыштар 10 марттан 17 мартҡа тиклем Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу үҙәгендә бара.

Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: