Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
9 Март 2022, 17:45

Туристик кешбэктан файҙаланығыҙ!

Ял да итергә, аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтарырға ла мөмкин.

Туристик кешбэктан файҙаланығыҙ!
Туристик кешбэктан файҙаланығыҙ!

Яҡшы яңылыҡ еткерәбеҙ. 15 мартта Өфөлә төнгө сәғәт 2-лә туристик кешбэк программаһының яңы этабы башлана. Уның буйынса республика халҡы ял өсөн аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтара аласаҡ. Программа 2022 йылдың 1 майына төнгө 01.59 сәғәткә тиклем дауам итәсәк. Уның шарттары буйынса, ялға – 15 марттан 1 июлгә тиклем, круизға навигация башланғандан алып 1 июлгә тиклем барырға мөмкин.

– Программала бөтә төбәктәр һәм ике төндән күберәк булған сәфәрҙәр ҡатнаша. Улар МИР картаһы менән түләнә – уға биш көн дауамында сәфәр хаҡының 20 проценты, иң күбе 20 мең һум автоматик рәүештә ҡайтарыла. Программа сиктәрендә бер кешегә юл йөрөүҙәр һаны сикләнмәгән, – тине Рәсәйҙең Туризм буйынса федераль агентлығы башлығы Зарина Догузова.

Ведомствола белдереүҙәренсә, бер карта менән сикләнмәгән турҙар өсөн түләргә мөмкин. Сәйәхәткә теләһә ниндәй төбәккә сығырға ярай.

“Был туристарға ил эсендә ял итергә мөмкинлек бирә, тармаҡта, шул иҫәптән Башҡортостанда бизнесҡа һәм эш урындарына булышлыҡ итә. Ял итеү өсөн аҡсаның бер өлөшөн кешеләр 15 марттан уҡ кире ҡайтара ала”, – тине республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.

2022 йылдың 18 ғинуарынан 28 февраленә тиклем туристик кешбэктың беренсе этабы эшләне, уның менән ул саҡта 800 мең самаһы Рәсәй кешеһе файҙаланған. Дөйөм алғанда, улар 2,9 миллиард һум самаһы аҡсаһын ҡайтара алған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың башынан Рәсәйҙә 1,7 миллион самаһы кеше программа менән файҙаланған. Улар 34 миллиард һумдан ашыуға турҙар һәм ҡунаҡханаларҙа йәшәү урыны һатып алған. Карталарға кире 6,7 миллиард һум ҡайтарылған.

Объясняем_Башкортостан

Фото: cvuneeez.livejournal.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: