-4 °С
Болотло
Бөгөнгө матч хәл иткес көскә эйә ине, тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын.
Юлаевсылар иһә был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырманы – Гагарин кубогына сирек финалда алтынсы ҡатнашыусы тип танылды. Шулай итеп, бөгөнгө осрашыу “Салауат Юлаев” файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды. Күрше команда ҡапҡаһына шайбаларҙы Алексей Пустозеров, Егор Кузьмин һәм Николай Кулемин индерҙе.
Ярымфиналға сығыу өсөн командабыҙ Силәбенең “Трактор”ы менән көс һынашасаҡ. Ә ул үҙ сиратында “Нефтехимик”ты 4:0 иҫәбе менән ҡыйратҡайны.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.