Спорт һәм туризм
10 Марта 2022, 04:30

Ике ил спортсылары көс һынашасаҡ

Ярыштар Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәреләсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ике ил спортсылары көс һынашасаҡИке ил спортсылары көс һынашасаҡ
Ике ил спортсылары көс һынашасаҡ

17 мартҡа тиклем Өфөлә Рәсәйҙең кубогының туғыҙынсы этабында һәм биатлон буйынса ил чемпионатында 30 төбәктән һәм Беларусь Республикаһынан биатлонсылар көс һынашасаҡ.

“Белорус спортсыларының Рәсәйҙең кубогының туғыҙынсы этабында һәм биатлон буйынса ил чемпионатында ҡатнашыуы тураһындағы ҡарар Беларусь биатлон федерацияһы рәйесе Андриан Цыбульский менән үҙ-ара килешеү һөҙөмтәһендә ҡабул ителде. Беҙ кем менәндер конфронтацияға бармайбыҙ, илдәребеҙ спортсылары мәнфәғәтенән сығып эш итәбеҙ. Өфөлә һәм Төмәндә барған турнирҙарҙа белорус спортсыларының ҡатнашыуы, һис һүҙһеҙ, ярыштар кимәлен күтәрәсәк”, - тип белдергән Рәсәйҙең Биатлон федерацияһы рәйесе Виктор Майгуров. Ярышта спринтта, эҙәрлекләү уҙыштарында көс һынашасаҡтар. Александр Логинов, Эдуард Латипов, Максим Цветков, Антон Бабиков, Кәрим Хәлили, Кристина Резцова, Лариса Куклина һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.

Ярыштар программаһы:

12 март:
11.00 – спринт 10 км – ирҙәр;
14.00 – спринт 7,5 км – ҡатындар.

14 март:
11.00 – эҙәрлекләү уҙышы: 12,5 км – ирҙәр;
13.30 – эҙәрлекләү уҙышы:  10 км – ҡатындар.

16 март:
11.00 – ҙур масстарт: 15 км – ирҙәр;
13.30 – ҙур масстарт: 12 км – ҡатындар.

Фото: Рәсәй биатлонсылар союзы.

Автор:Айһылыу Низамова