Өфөләге Ғ. Ҡадиров исемендәге Спорттың техник төрҙәре үҙәгенең “Башҡортостан” командаһы Шадринскиҙа үткәрелгән Рәсәйҙең боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса чемпионаттың һуңғы этабында еңеү яуланы һәм 14-се тапҡыр чемпион булып танылды.
Никита Богданов, Динар Вәлиев, Евгений Шаров һәм Николай Красников алтын миҙал яуланы. Команданың тренеры – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рәйес Мостафин. Әйткәндәй, республика мотоуҙышсылары йәнә 36 мәрәй яуланы һәм үткәндәге һөҙөмтәне тағы ҡабатланы. Динар Вәлиев иҫәбендә – 18, Никита Богдановтыҡы – 12, Евгений Шаровта алты мәрәй ине.
Икенсе урынды – Шадринскиҙың “Торпедо-ШААЗ” (28 мәрәй), өсөнсөнө Тольяттиҙың “Мега-Лада” командаһы (24 мәрәй) яуланы. Шулай итеп, “Мега-Лада”нан һигеҙ мәрәйгә артта ҡалып барған “Башҡортостан” командаһы беренсе урынға сыға алды.
Чемпионаттың иң һөҙөмтәле уҙышсылары:
Айһылыу НИЗАМОВА