Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
11 Март 2022, 12:00

Ҡаҙмашта - спорт байрамы

Әбйәлил районының Ҡаҙмаш урта мәктәбендә йыл һайын өҫтәл теннисы, пневматик винтовканан атыу буйынса һәм саңғы йөрөү буйынса спорт ярыштары үтә.

Ҡаҙмашта - спорт байрамы
Ҡаҙмашта - спорт байрамы

Ҡасандыр ошо мәктәптә белем алған уҡыусылар - бөгөн районда билдәле шәхестәр, үҙ приздарына спорттың төрлө төрҙәре буйынса ярыш үткәрә. СССР-ҙың спорт мастеры Әсғәт Ҡаһарманов призына саңғы, хеҙмәт ветераны Мәҙинә Ибраһимова призына өҫтәл теннисы һәм Эске эштәр органдарының почетлы ветераны Хөснитдин Ғәниев призына пневматик винтовканан атыу буйынса спорт ярыштарында  район спортсылары ғына түгел, хатта башҡа райондан ҡатнашыусылар була. Быйыл да ойоштороусылар йылдар буйы һаҡланып килгән изге традицияға тоғро ҡалды һәм Ҡаҙмаш урта мәктәбендә ҙур бәйге үтте.

Сараны ойоштороусыларҙың береһе Мәҙинә Ибраһимова белдереүенсә, был спорт сараһы йәш быуынды сәләмәт тормошҡа һәм спортҡа йәлеп итеүҙә, мәктәптең данлы традицияларын тергеҙеүҙә, ауылдың шәхестәрен күтәреүҙә, атайсалдары һәм  мәктәптәре, унда белем алған уҡыусыларына ҡарата ғорурлыҡ хисе уятыуҙа ҙур тәрбиә эше булып та тора.

"Ауыл халҡы ла был ярышты көтөп ала, райондан тыш ҡатнашырға теләк белдереүселәр йылдан-йыл артыуы ла спорт сараһына оло мәртәбә өҫтәй. Мин йыл һайын өҫтәл теннисы буйынса ҡатнашыусыларға, еңеүселәренә, уларҙың тренерҙарына шәхсән бүләктәремде әҙерләйем, үҙем дә мылтыҡтан атыуҙа һәр саҡ призлы урын алам", - ти ул.

Әйткәндәй, өҫтәл теннисы буйынса мәктәп уҡыусылары араһында Амангилденән Илмир Мәһәҙиев, Таштуйҙан Ғәзиз Айытбаев, Һамарҙан Нәзир Ҡунаҡҡолов, Йәнгелдән Гөлназ Ҡужина, Ҡаҙмаштан Нәйлә Зәйнуллина, Таштуйҙан Аида Ғәбитова еңеүсе һәм призерҙар булды. Өлкәндәрҙән Ҡаҙмаштан Регина Хөснитдинова, Һамарҙан Фәрзәнә Ырыҫҡужина, Ҡаҙмаштан Алексей Бабин, тамырҙары Ҡаҙмаш ауылына тоташҡан  Свердловск өлкәһендә йәшәгән Миҙхәт Ғайсин (әйткәндәй, ул йыл һайын ярыштан ситтә ҡалмай) һәм Таштуйҙан Инйәр Ғәбитов яҡшы уйын күрһәтеп, миҙалдар һәм ойоштороусынан иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.

Пневматик винтовканан атыу буйынса уҡыусы балалар араһында Йәнгелдән Зариф Әһелов, Буранғолдан Исмәғил Һиҙиәтов, Таштуйҙан Ғәзиз Айытбаев, Яңы Балапандан Лиана Дауытова, Таштуйҙан Аида Ғәбитова, Буранғолдан Илзиә Килдейәрова танылды, өлкәндәрҙән Зәбир Зәйнуллин (Йәнгел), Илдус Абдуллин (Ҡаҙмаш), Юлай Зарипов (Ишкилде), Регина Хөснитдинова (Ҡаҙмаш), Мәҙинә Ибраһимова (Асҡар), Фәрзәнә Ырыҫҡужина (Һамар) еңеүсе һәм призерҙар булды.

Саңғы ярышында 5 километрлыҡ арауыҡтағы дистанцияла Әбделмәмбәттән Ильяс Сафин менән Тайфур Миңлейәровтарға тиңләшеүсе табылмаһа, өс километрҙағы дистанцияла Ҡаҙмаштан Фәриҙә Биҡҡужина менән Күсемдән Лиана Ҡарағужиналар еңеүсе булды. Командалар иҫәбе буйынса беренселекте - Ҡаҙмаш мәктәбе, икенсе урынды Әбделмәмбәт мәктәбе һәм өсөнсөлөктө Рауил мәктәбе командалары алды.

Спорт ярышында ҡатнашыусыларға мәктәп коллективы һәм ойоштороусылар тарафынан йылы аш ойошторолдо. Сара барыһының да кәйефтәрен күтәрҙе, саңғы миҙгелен ябыу сараһы ла булды.

Сығанаҡ һәм фотолар: "Осҡон" гәзите сайтынан.

 

Ҡаҙмашта - спорт байрамы
Ҡаҙмашта - спорт байрамы
Ҡаҙмашта - спорт байрамы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: