Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
11 Март 2022, 17:50

Барыһы ла туризмды үҫтереү хаҡына эшләнә

Был Башҡортостанда туробъекттар төҙөүсе, ҡуртымға биреүсе һәм улар менән идара итеүсе инвесторҙарға ҡағыла.

Барыһы ла туризмды үҫтереү хаҡына эшләнә
Барыһы ла туризмды үҫтереү хаҡына эшләнә

Хөкүмәт туриндустрия инфраструктураһы өсөн биш йылға өҫтәмә хаҡҡа һалымды юҡҡа сығара. Был Башҡортостанда туробъекттар төҙөүсе, ҡуртымға биреүсе һәм улар менән идара итеүсе инвесторҙарға ҡағыла.

Әлеге ваҡытта илдә донъялағы иң юғары ставкаларҙың береһе – 20 процент ғәмәлдә. Бындай йөкләмә туризмды, иҡтисадтың башҡа тармаҡтары менән сағыштырғанда, көнәркәшлек йәһәтенән һәләтһеҙ итә һәм инвесторҙар өсөн ҡулай түгел. Рәсәй туриндустрия союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Кинйә Күскилдин фекеренсә, НДС-тың нуль ставкаһын индереү туризм тармағы инвесторҙарының эшмәкәрлеген һиҙелерлек еңеләйтәсәк.

“Беҙ Хөкүмәт яғынан ошондай сараларҙы түҙемһеҙлек менән көттөк. Был яңы инвесторҙар йәлеп итергә, туристик базалар, ҡунаҡханалар һанын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Беҙ көнәркәшлеккә һәләтле буласаҡбыҙ һәм ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡунаҡханалар, мини-ҡунаҡханалар һәм туристик базалар селтәрен булдыра аласаҡбыҙ. Яҡын арала ихтыяж тәҡдимдән артығыраҡ буласаҡ, сөнки Рәсәй халҡы башлыса үҙебеҙҙә ял итәсәк, ә уларҙы урынлаштырыу мөмкинлеге, шул иҫәптән ҡунаҡханалар беҙҙә етмәй. Заманса сифатлы отелдәр дефициты ла күҙәтелә. Был өлкәлә Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла ниндәйҙер алға китеш буласаҡ, тип иҫәпләйем”, - тип билдәләне Кинйә Күскилдин.

Ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һүҙҙәренсә, был ҡарар “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы ҡабул ителде.

“Килеп тыуған хәлгә бәйле, яҡын арала Рәсәйҙә ял итеүгә ихтыяждың тәҡдимдән байтаҡҡа артасағы күҙаллана. Яңы сара ҡунаҡхана-туризм тармағына булышлыҡ итергә һәм уның тиҙләтелгән үҫеше өсөн шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Тәүге биш йыл эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн иң мөһимдәрҙән һанала. Тап ошо ваҡытта табышлы эшмәкәрлеккә сығыу мөмкинлегенә эйә булына. Яңы сара тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итергә, уларҙы гарантияларға һәм ил граждандарының ялы өсөн яңы объекттар төҙөргә ярҙам итергә тейеш”, - тине Дмитрий Чернышенко.

#Объясняем_Башкортостан #Объясняемрф

Фото: katalogturbaz.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: